Бөтә яңылыҡтар

Хыялдар диңгеҙендә

Кемдең генә бәхетле, бай булғыһы килмәй икән дә, мәңге йәш, һау, сибәр ҡалғыһы килмәй икән. Ундай кешеләр юҡтыр, шулай уҡ барына шөкөр итеүселәр ҙә бар. Яҡшымы был, насармы, бер Аллаһыбыҙ ғына белә, динебеҙ ҙә насарлыҡҡа өйрәтмәй, тырышығыҙ, сәбәп ҡылығыҙ, Аллаһыбыҙ ярҙамынан ташламаҫ,  тип яҡшылыҡҡа өндәй.

Хыялдар диңгеҙендә
Хыялдар диңгеҙендә

Һәр кем изге Ҡөрьән һүҙҙәрен үҙенсә аңлай, үҙ файҙаһына бора, үҙе ҡылғандарын аҡларға тырыша.
Совет осоронда бөтә кеше тиң йәшәне, тиһәк тә, улай булмағанын һәр кем аңлай. Көсһөҙлөктән, оялыуҙан, бәлки үҙеңдең булдыҡһыҙлығыңды, ялҡаулығыңды йәшерергә тырышыуҙан да киләлер был аңлатыу.
Ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫкән Фәғилә әбей ғүмер буйы кешенән көнләшеп йәшәне һәм ошо башҡаларға көнләшеү йәшәргә көс, дәрт биргәндер ҙә... Кешенекенән иллеләй артыҡ,  күршенекенән ҡарыштай бейек булһын - был уның яратҡан әйтеме.
Яратҡанына сығып уңмағас, үҙе ҡаратҡанына һайлап кейәүгә сыҡты, иҫәбе хисабына тап килмәгәс, уңғанын һайланы. Уыһы түҙмәй ҡасҡас, бай иргә барҙы, уны бөлдөргәс, иҫәрҙе табып төп башына ултыртты. Һәр хәлдә, хаҡлы ялына сығыуына ике квартираға эйә ине, ауылдағы өйө лә ҡыйып баҡҡыһыҙ, әммә йылдар үҙенекен ала, өс урында өлгөрөп өйҙө тәрбиәләү ауырлаша барҙы, баҡсаларҙы бағыу хәлен алды, ихаталарҙы ҡый үләндәре баҫты, баҡса үҫтереү ҡыйынлашты, ни тиһәң дә, үткән йылдар үҙенең кәрсенен аяуһыҙ тартып ала.
Алйот башҡа аҡыллы уйҙар килдеме, әллә аҡыллы башҡа алйот уй килде - үҙе лә белмәй, ауылдағы өйөнә йәшәп торорға ауылдашын индерҙе, сәскән-үҫтергәненән өлөш бүлеү шарты менән, ҡалалағы квартираһына фатирға кеше тапты.
Быныһы ла сараһыҙҙан ине шул, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиһәләр ҙә, арыҡ атҡа аҙым һайын соҡор тигәне лә бар бит әле, айға еткер тип бирелгән хөкүмәт түләүе өс урында коммуналь түләүҙәргә һуҙып-тартып түләүгә лә етмәй, еңел эш эҙләү ярҙам итмәне, ундайҙарға сос һунарсылар етерлек.
Йән биргәнгә йөн биргән, йөн биргәнгә йүн биргән Аллаһыбыҙ. Юҡҡа ғына олоғайған һайын танау менән ҡолаҡ ғүмер буйы үҫә, тип нарыҡламағандар, тормош менән бергә атларға тырышты Фәғилә әбей, һиҙгерлек кәрәк.
Беренсе осраған һатыусынан кәрт һатып алып, кешегә кәрт һалырға яраҡлашты, үҙен рекламаланы, был да заманға ярашлы күренеш. Килем әҙерәк күренгәс, күрәҙәлек итте, бер-ике аят ятлап, дингә бирелде, вәғәздәр уҡыны. Тәүәккәлләне инде, тейһә тейенгә, теймәһә ботаҡҡа, бүтәнсә сара тапманы ул саҡта.  Ирҙәр күҙен ҡыҙҙырырлыҡ матурлыҡ шиңә, тиҫтәгә яҡын иргә барып айырылыуы мирға таралғанғамы, хәйләкәрлеге йөҙөнә сыҡҡанғамылыр, күптәр тайшана. Ә ирекһеҙҙән килгән ҡайғылы, һағышлы әҙәмдәрҙе алдауы еңел, хәйер, алдамай ҙа ул, бында бары күҙәтеүсәнлек, һүҙ байлығы, кешенең психологик торошон аңлау етә, ә аҡсаһы аҡмаһа ла тама, муҡсаһы янда. Осраҡлы ғына тура килеп әйткәндәре дөрөҫкә сыҡҡан ваҡыты ла була, яңылыш булһа ла, береһе лә килеп ғауғалашып йөрөгәне юҡ, иншалла.
Ризыҡ күрһәң, аппетит күтәрелә шул, яҡшымы был, насармы, телевизорҙағы күрәҙәселәр кеүек бармаҡтарға алтын-көмөш кейгеһе килә лә, кеҫә яғы һай, атрибуттар ҙа килгән кешегә ныҡ тәьҫир иткәнлеген белә, әммә арт яҡ "тырррр" тей, өҫтәмә килем кәрәк.
Уйҙар диңгеҙенә сумып, хыялдар тулҡынында йөҙгәс, сығыр юлын тапты шикелле, һыйыныр яры яйлы һымаҡ.   Ҡалалағы квартираһын тәүлеккә ҡуртымға бирергә булды, айлап, йыллап арендаға биреү үҙен аҡламай, төшөмө әҙ, квартиранттарын ҡыуып сығарҙы. Тәүҙә бер квартираһын әйләнешкә индерҙе, төшөм суғым ғына, ни тиһәң дә, тәүлегенә мең ярымдан ҡуя кеше башына, ә үҙе йәшәгән, күрәҙәселек иткән квартираның аҡса әйләнеше әҙ. Үҙе "яҡын" күргән таныш-тоноштарының хәлдәрен белгән булып йоҡлап ҡалыуҙары йышайҙы, тегеләр б..тың еҫен дә һиҙмәй, Фәғилә уларға үҙе түләргә лә уйламай. Яҙмыштарын юратырға килеүселәргә өйөн таҙартырға барасағын иҫкәртте, адресын алды, клиенттар килһә, ҡайҙалыр ҡунып торорға кәрәк тә, төндә таҙартыуы яҡшы һөҙөмтә бирә, тип аңлатты, йоҡларға ҡалды.
Ике квартираны сәғәтләп ҡуртымға биреү, ауылдағы йорттоң килеме аҡса янсығын тиҙ тултырҙы, ял йорттарына барыуҙары йышайҙы, төҫ-баш матурланды, ни тиһәң дә, ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк.
Аҡса үҙе бер яҡын дуҫың икән дә, йөрәктәре йылынып, күңелдәре күтәрелеп китте, клиенттары килеп ҡайҙа барырға белмәгәндә таныштарын барлай, улар, бер ни һиҙмәй, хәлен белергә килеүсене ҡунаҡ итә, хөрмәтләй, һөйләп хәбәргенәһе бөтмәй ҡыуаныстарынан, Фәғиләнең бизнесы сәскә ата, күңелле көр.
Тик һаман да етеңкерәмәй шул аҡса, тунын яңыртырға кәрәк, сит илдәрҙе күргеһе килә, битенә лә пластик йәшәртеү яһаттырғыһы килә, хыял диңгеҙендә тулҡын-тулҡын булып ябырылған нәфсенән ҡотолоу юлын эҙләй. Әллә бер квартираһында ,,күбәләктәр" ҡунаҡханаһы асырғамы? Халыҡ мәнфәғәтен уйларға кәрәк, һорау күп, тәүлек әйләнәһенә көн дә алышынған клиенттар һаны буйынса  байтаҡ тәжрибә тупланды. Самогон һатыу дәресен үтте, беренсенән, шәкәр ҡыйбат, үҙен-үҙе аҡламай, икенсенән, яҡлаусыһыҙ яңғыҙ кешегә ҡурҡыныс, төрлө кешеләр килә, ә бына клиенттарына суррогат спиртлы эсемлектәр тәҡдим итә.
Уйлан, Фәғилә, уйлан, тап юлын, аҡса табыу түгел уйын, хыял диңгеҙендә батһаң ғына ҡыйын...

Гөлдәр Кәлимуллина.

Автор:
Читайте нас: