Бөтә яңылыҡтар

Үҙгәрештәр ҡыуандыра

Тамара һәм Александр Потаниндар йәйәү йөрөргә ярата. Ун йыл дауамында улар, йылдың  ниндәй миҙгеленә, һауа торошона ҡарамай, көн һайын иртәнге сәғәт етелә йәйәү йөрөргә сыға. Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә лә ҡыуанып ҡатнашалар.

Тамара һәм Александр Потаниндар йәйәү йөрөргә ярата. Ун йыл дауамында улар, йылдың  ниндәй миҙгеленә, һауа торошона ҡарамай, көн һайын иртәнге сәғәт етелә йәйәү йөрөргә сыға. Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә лә ҡыуанып ҡатнашалар.

 

– Үҙебеҙ йәшәгән Цюрупа урамынан алып Яҡутов паркына тиклем барабыҙ. Унда юлдар бик уңайлы, һәр саҡ таҙартылған була, яҡтыртыу ҙа яҡшы кимәлдә. Көн һайын бер сәғәт самаһы йөрөйбөҙ, һаулығыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ. Йәшебеҙ алтмыштан уҙһа ла, һәр саҡ хәрәкәттә булғас, үҙебеҙҙе дәртле, көслө тоябыҙ. Көҙ килеү менән көндәр ҡыҫҡара, әммә Өфөбөҙ – заманса ҡала, һәр ерҙә фонарҙар балҡый, тип ҡыуанабыҙ, – ти улар. 

 

Эргәнән атлаған татыу ғаләләрҙең тағы береһе – Гөлназ  һәм Валерий Никитиндар.

“Бындай спорт сараларында даими ҡатнашабыҙ. Мин үҙем – спортсы, футболсы, 18 тапҡыр Башҡортостан чемпионы булдым. Спортҡа һөйөүҙе, ҡаҡшамаҫ рухты Өфөләге Н.Гастелло исемендәге спорт мәктәбе тренерҙары тәрбиәләне. Ҡатыным Гөлназ менән ике ул тәрбиәләйбеҙ. Олоһо Данил нефть техникумында белем ала, ул да футбол менән ныҡлап шөғөлләнә. Русланыбыҙ бәләкәй әле. Егеттәрҙең спорт яратыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.

Был көндәрҙә республикабыҙҙа ҙур сара үтте. “Рәсәй – спорт державаһы” форумы тап беҙҙең баш ҡалабыҙҙа үтеүе – ҙур шатлыҡ. Өфөбөҙ, республикабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә, һәр йәһәттән үҫешә, бигерәк тә спорт йәһәтенән булған үҙгәрештәр ҡыуандыра”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша спортсы.

 

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә студенттар, уҡыусылар ҙа күп булды. Улар араһында сит илдән килгән йәштәр ҙә байтаҡ ине.

“Бындай ҙур саранан ситтә ҡалырға теләмәнек. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Беҙ сәләмәт тормош яҡлы”, – ти бер төркөм студенттар. Улар Һиндостандан белем алырға килгән.

Рукшана Өфө профессиональ колледжында уҡый. Үзбәкстан ҡыҙына Башҡортостандың баш ҡалаһы бик оҡшай. “Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнашырға килдем. Ике саҡрымдан ашыу араны йәйәү үтеү һис ауыр булманы. Бик матур тамашалар, концерт та күңелгә ята”, – ти ул.

 
Автор:
Читайте нас: