Сибайҙа урамдарҙы яҡтыртыуҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу ахырына яҡынлаша. Уға ярашлы урында 5 меңдән ашыу иҫке лампалар яңы яҡтылыҡ диодлыға алмаштырылған. Уларҙы эшмәкәрлеген көйләүсе 117 идаралыҡ системаһы шкафтары урынлаштырылған. Һуңғы арала Арҡайым ҡасабаһына ингәндәге яңы урамдарға яҡтылыҡ һуҙылған
Яңы ҡоролмалар төндә яҡтыраҡ яна һәм урамдарҙы тигеҙ яҡтырта. Был үҙ нәүбәтендә төнгө ҡалаға матур төҫ биреүҙән тыш, хәүефһеҙлек йәһәтенән дә бик отошло.
-Яҡтылыҡ лампалары электр энергияһын артыҡ сарыф итмәүе менән дә алдыра. Бер яҡтан экономлы булһа, экологик йүнәлештә лә өҫтөнлөгө бар.
Төнгө ҡала мең төҫтәр менән балҡып янып, әллә ҡайҙан үҙенә ылыҡтырып тора. Хәҙер Сибай урамдары төндә ҡыҙырыу хәүефле түгел, яҡтылыҡ йәйәүлеләр өсөн дә, транспорт менән идара итеүселәр өсөн дә бик уңайлы,--ти йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.