Бөтә яңылыҡтар

Дубайҙа стажировка үткәндәр

 Ошо көндәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш педагогтары һәм ғилми хеҙмәткәрҙәре Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында стажировка үтеп ҡайтты. Команданы Сибай институты уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре кандидаты Дияз Ишназаров етәкләне.

Дубайҙа стажировка үткәндәр
Дубайҙа стажировка үткәндәр

Үҫеш һәм һөнәри балҡыш хаҡында хыялланыусылар өсөн сит илдә стажировка үтеү карьераға уңышлы аҙым. "Мәғариф" милли проектына ярашлы ойойшторған был сара күп кенә йәштәргә фән юлына оло юл аса.

Стажировка үтеү йәш белгестәрҙең һөнәри үҫешендә бик мөһим этап. Стажировка ваҡытында йәштәр һайлаған һөнәрҙәренең серҙәренә төшөнә, белемен һәм тәжрибәһен арттыра, хеҙмәттәштәре менән аралаша, эшлекле бәйләнеш булдыра. Был эш шулай уҡ хеҙмәт баҙарының төҙөлөшөн аңларға ярҙам итә, хеҙмәткәрҙәрҙән нимә табап ителеүен аңлата, уңышлы карьера эшләү өсөн нимәләр кәрәклегенә төшөндөрә. Юғары уҡыу йортонда үҙләштергән теоретик белемде практик йәһәттән тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты уҡытыусылары Дубайҙа стажировка үтеүгә өлгәште. Сит илдә стажировка барышында улар иҡтисад һәм хоҡуҡ өлкәһендә ҡулланылған алдынғы технологиялар һәм инновациялар менән танышты, һөнәри мөмкинлектәрен киңәйтте. Көн дә уҙғарылған күнекмәләр сағыу асыштарға, ҡыҙыҡлы иәсьәләләргә бик бай була. Уларҙы сисеү тәжрибә арттырыуға булыш итә. Эксперттар һәм белгестәр менән уҙғарылған осрашыуҙар актуаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Сибай белгестәре һөнәи мөхиткә тағы ла нығыраҡ сумып, был тармаҡта белемдәрен тағы ла камиллаштырыуға өлгәшә.
-Дубайҙа уҡып ҡайтыу – ул һөнәри белемде арттырып ҡына ҡалмай, донъяға ҡарашты үҙгәртте, икенсе мәҙәниәт, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән дә осраштыу ҙа файҙа ғына булды. Сит илгә эшлекле сәфәр республикабыҙ белгестәре өсөн бик файҙалы һәм фәһемле булды,- тине Сибай институты уҡытыусыһы, иҡтисад фәндәре кандидаты, енәйәт хоҡуғы һәм процесс кафедраһы доценты Дияз Ишназаров.

 

Автор:Гульдар Кадаева