Бөтә яңылыҡтар

ҒҮМӘРҘӘР СӘЛӘМ ЕБӘРҘЕ

Ҡыҙыл Еңеү байрағына ғәрәп хәрефтәре менән: "Һеҙҙе Алла һаҡлаһын һәм Әс-сәләм" тигән һүҙҙәр , башҡортса "Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!" һәм "Баймаҡтар һеҙҙең менән!" тип сигеп яҙҙыҡ.

ҒҮМӘРҘӘР СӘЛӘМ ЕБӘРҘЕ
ҒҮМӘРҘӘР СӘЛӘМ ЕБӘРҘЕ

--Ғүмәр ҡатын-ҡыҙҙары үргән аҡлы-һороло һәм Яраттар үргән һороло-йәшелле ике сетка артиллеристарға юл тота. Уларға ҡушып, уҡытыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле күстәнәстәр, инәйҙәрҙән бейәләй-нәски, дарыуҙар, балаларҙың хаттары ла юл ала. Ҡыҙыл Еңеү байрағына ғәрәп хәрефтәре менән: "Һеҙҙе Алла һаҡлаһын һәм Әс-сәләм" тигән һүҙҙәр , башҡортса "Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!" һәм "Баймаҡтар һеҙҙең менән!" тип сигеп яҙҙыҡ. Күмәкләгән- яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Ҙур эш эшләнек. Ошо эштә ҡатнашҡан бөтә халыҡҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,--тип хәбәр итә Ярат ауылынан Миләүшә Юлдашбаева.

Автор:Резеда Валиева