Бөтә яңылыҡтар

Сәләхтәр булдырыр ул

Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы бер эшкә тотонһа, еңмәйенсә туҡтамай торған... Был юлы ла уңыш йылмайыр, тип ышанабыҙ!

Сәләхтәр булдырыр ул
Сәләхтәр булдырыр ул

Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдар Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында йыл да әүҙем ҡатнаша һәм еңеү яулай. Уҙып барған йылда, мәҫәлән, йомағужалар янғын һүндереү машинаһы өсөн гараж эшләүгә өлгәште. Киләһе 2024 йылда программала сәләхтәр үҙ көсөн һанап ҡарамаҡ. Инициатив төркөм ауыл клубына ремонт эшләтеүҙе маҡсат итеп алған.

Ике йыл рәттән "Айыҡ ауыл"да ҡатнашып, еңеүһеҙ туҡтамаҫҡа өйрәнгән сәләхтәр был юлы ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева