Бөтә яңылыҡтар

Хәйриә концерттары

Иртәгә, 22 ноябрҙә, Сибай концерт-театр берекмәһендә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары "Беҙ бергә" тигән концерт тәҡдим итһә, 28 ноябрҙә А.Мөбәрәков исемендәге театрҙа Сибай артистары, үҙешмәкәр ансамблдәр "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тамашаһын тәҡдим итә. Сараларҙа йыйылған аҡса махсус операцияға ярҙам итеп ебәрелә.

Хәйриә концерттары
Хәйриә концерттары


--28 ноябрь 19-00 сәғәттә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итеү йөҙөнән хәйриә концерты ойошторола. Тамашаға килгән һәр кем үҙенең актив гражданлыҡ позицияһын күрһәтәсәк, сөнки бергә булыу, һуғышсыларҙың хәрби рухын күтәреү бик мөһим, тик берҙәмлек менән генә Еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, рус йырҙарын башҡарыусы “Мироколица” халыҡ ансамбле, сибайҙарға таныш йырсылар Виктор Тюрин менән Сергей Наливкин һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары Альберт Салауатов, Вадим Ғилманов, Нәфис Сәйетовтар сағыу сығыштарын бүләк итәсәк.
Концерттан төшкән килем тулыһынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү иҫәбенә күсереләсәк,--ти театр хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Резеда Валиева