Бөтә яңылыҡтар

БЕРҘӘМЛЕККӘ НИ ЕТӘ?

Тиҙҙән һыуыҡ ҡыш үҙ көсөнә инәсәк. Егеттәргә йылы әйберҙәр кәрәк. Ошоно уйлап, ауылдың ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо.  Ололар кәрәкле әйбер хәстәрләһә, балалар хаттар яҙҙы.

БЕРҘӘМЛЕККӘ НИ ЕТӘ?
БЕРҘӘМЛЕККӘ НИ ЕТӘ?

“Берҙәмлектә--көс”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, был шулай. Баймаҡ районы Сосновка ауылы халҡы быны яҡшы аңлай һәм улар берҙәм генә махсус операциялағы егеттәргә кәрәкле әйберҙәр йыйҙы. Тиҙҙән һыуыҡ ҡыш үҙ көсөнә инәсәк. Егеттәргә йылы әйберҙәр кәрәк. Ошоно уйлап, ауылдың ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо.  Ололар кәрәкле әйбер хәстәрләһә, балалар хаттар яҙҙы.

Күрше ауылдарҙа ла мәрхәмәтлек акцияһы ойоштролдо. Урал, Комсомол, Урғаҙа, Октябрь, Сосновка, Покровка, Күлтабан халҡы ла дәррәү ҡушылды.

Йырҙарҙа йырланғансы, айырым ҡайғы – ҡайғы түгел, илгә ҡайғы килмәһен. Илебеҙ тыныслығы бөгөн ошо егеттәр ҡулында. Ярҙамыбыҙҙан ташламайыҡ!

Фәриҙә Исмәғилева

Автор:Резеда Валиева