Бөтә яңылыҡтар

Тыуған яҡтан сәләм ебәрҙек...

Туғандары хат яҙып, күстәнәс әҙерләгәндә, ауылдаштары ла күстәнәс бирергә ашыҡҡан... Бар нәмә ауырлыҡ килгәндә һынала шул...

Тыуған яҡтан сәләм ебәрҙек...
Тыуған яҡтан сәләм ебәрҙек...

--Бөгөн дыу ҡубып, ҡустыбыҙға посылка әҙерләнек. Посылканың эсенә ауылдаштарҙан бирсәткә, нәски, Таулыҡай ауыл биләмәһенән 10 банка тушенка, Яраттарҙан ҡаҡ, үлән сәйе, киптерелгән ҡорот, Буранбайҙың "Илһам" ансамбле ҡыҙҙарынан сәк-сәк, һалма, туғандарҙан сәй, бал, орехтар б.һ. тәмлекәстәр инеп ятты. Унан һәр беребеҙ хат яҙырға керештек. Кем нимә яҙғандыр, әммә бер ҡосаҡ хат менән бергә "Һаҡмар" гәзиттәре, "Шоңҡар" журналының номерҙары урын алды.
"Ил төкөрһә, күл була",- ти халыҡ. Күмәк көс менән йыйылған күстәнәс егеттәргә имен-аман барып етеп, өй йылыһы, тыуған яҡ еҫтәре бүләк итер тип ышанабыҙ,--тип яҙа Миләүшә Юлдашбаева.

 

Эйе, Сыңғыҙ ауылы егетенә туғандары хат яҙып, күстәнәс әҙерләгәндә, ауылдаштары ла ярҙамға ашыҡҡан. Афарин! бер-беребеҙгә беҙ һәр саҡ терәк һәм кәрәк булырға тейеш.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: