Бөтә яңылыҡтар

МӘРХӘМӘТЛЕК АКЦИЯҺЫ

Баймаҡ Халыҡ ижады үҙәге коллективы хәйриә акцияһы ойошторған.

МӘРХӘМӘТЛЕК АКЦИЯҺЫ
МӘРХӘМӘТЛЕК АКЦИЯҺЫ

--Баймаҡ районының Халыҡ ижады үҙәгенең ижади коллективтары, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яҡташ яугиҙәргә ярҙам йыйыу маҡсатынан, «Беҙ бергә» хәйриә концерты менән район мәҙәниәт йорттары буйлап сығыш яһаны. Хәйриә акцияһына Йәнйегет, Иҫке Сибай, Ярат, Буранбай, Бикеш, 1-се Этҡол, Мерәҫ ауылдарының халҡы бик теләп ҡушылды. Йыйылған аҡсаға яугирҙәребеҙгә кәрәк-яраҡ әйберҙәр алынды. Тиҙ арала ылау гуманитар ярҙам менән оҙатыласаҡ. Барлыҡ тамашасылапыбыҙға, ситтә ятып та, хәйриә акцияһына ҡушылып, үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбҙға ихлас күңелдән рәхмәт! Мәрхәмәтлек – ерҙе ҡотҡарыр,--тип яҙалар Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Резеда Валиева