Бөтә яңылыҡтар

Байыш шишмәләре

Баймаҡ районы Байыш ауылында шишмәләр кәртәләнгән.

Байыш шишмәләре
Байыш шишмәләре

Бөгөн шул кәртәләнгән шишмәләрҙе асыу тантанаһы үткән. Райондан вәкилдәр килгән.

--"Иҫтәлек" Халыҡ фольклор ансамбле бик матур итеп ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Уҫаҡлы йыра һәм Ҡыҙҙар шишмәһен эшләүҙә ҡатнашҡан бөтә ир-егеттәргә тағы ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уҫаҡлы йыра шишмәһен кәртәләүҙә ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Урғаҙа ауылында йәшәүсе 92 йәшлек Ғүмәров Хәйривара Фахраз улы финанс ярҙам күрәтте. Олатайға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарының оло хөрмәтендә йәшәүен теләйбеҙ,--тип яҙа байыштар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: