Бөтә яңылыҡтар

Госпиталдә ятыусыларға

Яңы Ергән ауылынан Миңлегәүһәр апай Рәхмәтова Санкт-Петербург ҡалаһында дауаланыусы яугиргә милли ризыҡтар ебәргән

Госпиталдә ятыусыларға
Госпиталдә ятыусыларға

Хәйбулла башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:

 

--Хәйбуллалар алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙәрҙән тыш, йәрәхәттәр алып, госпитәлдә дауаланыу үтеүсе яҡташтарыбыҙға ла мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Яңы Ергән ауылынан Миңлегәүһәр апай Рәхмәтова Санкт-Петербург ҡалаһында дауаланыусы яугир егетебеҙгә бына ошондай милли ризыҡтарҙан күстәнәс, йылы ойоҡбаш әҙерләп биргән. Гуманитар ылауҙарҙы ҡабул итеп алғанда егеттәр һәрн ваҡыт күңел, тыуған яҡ йылыһын еткергән ошондай йорт күстәнәстәренә айырыуса ҡыуаныуҙарын белдерә. Күстәнәстәр яҡын арала барып етеп, батыр егетебеҙгә дәрт һәм көс бирһен, яугир тиҙерәк һауығып китһен!

Автор:Резеда Валиева