Бөтә яңылыҡтар

Эшлекле ханымдарҙан--ир-егеттәргә

Кисә махсус операциялағы яҡташтарға Сибайҙан ылау китте тип хәбәр иткәйнек. Ебәрелгән кәрәкле әйберҙәр һәм техника араһында УАЗ да бара. Уны ҡаланың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп әҙерләгән.

Эшлекле ханымдарҙан--ир-егеттәргә
Эшлекле ханымдарҙан--ир-егеттәргә

--Беҙ, Сибай ҡалаһының эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары, тиҙ генә йыйылып хәл иттек тә һәм бик тиҙ арала кәрәкле сумманы йыйҙыҡ. УАЗ машинаһын камуфляж төҫөнә буяттыҡ. Беҙгә ҡаланың бизнес-шерифы Ольга Сергеевна һәм АТП етәкселеге ярҙам итте,--ти эшлекле ханымдар.

Афарин!

Автор:Резеда Валиева