Бөтә яңылыҡтар

БАРЫҺЫ ЛА ЕГЕТТӘРГӘ

Мәктәп хеҙмәткәрҙәре берләшеп, МХО-лағы егеттәр өсөн ризыҡ әҙерләне.

БАРЫҺЫ ЛА ЕГЕТТӘРГӘ
БАРЫҺЫ ЛА ЕГЕТТӘРГӘ

--Бөгөн Беренсе Төркмән ауылы мәктәбендә Басай, Әхмәр, Иҫәнбәт, Төркмән ауылы мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре күмәк көс менән изге эш эшләне. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға күңел йылыһы һалып, бик күп төрлө ризыҡтар әҙерләне : банкаларға борщ һәм солянкалар тултырҙы, киптерергә ҡороттар әҙерләне, һалма йәйеп - ҡырҡыу эштәре башҡарҙы, киптерелгән дарыу үләндәрен һауыттарға тултырҙы.
Өй шарттарында әҙерләнгән туҡлыҡлы вә тәмле ризыҡтар ошо арала гуманитар ылау менән ебәреләсәк,--тип хәбәр итә Баймаҡ ТВ хәбәрсеһе Альбина Байегетова.

 

Афарин! Күмәкләгән - яу ҡайтарған.

Автор:Резеда Валиева