АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
2023—Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы
31 Октябрь 2023, 15:45
Йомағужалар "Атайсал" менән!
Бөгөн "Атайсал" гәзите хеҙмәткәрҙәре Йылайыр районы Йомағужа ауылында эшләне. Йомағужа урта мәктәбе коллективы, Йомағужа ауыл биләмәһе, китапхана хеҙмәткәрҙәре коллектив менән "Атайсал" гәзитенә яҙылды. Ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов, фермер Искәндәр Аҡҡужин, шәхси эшҡыуар Әлфирә Ғәббәсова әле махсус хәрби операция биләмәһендә булған 14 яугирҙең ғаиләһенә һәм ата-әсәләренә "Атайсал" гәзите бүләк итте! Гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды һәм бер тоҡ бойҙай (Баймаҡ районының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшереү институтының Баймаҡ бүлексәһе етәксеһе Рим Сыңғыҙов биргән) Йомағужа урта мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Шәһиғәлинаға эләкте.
Йомағужалар "Атайсал" менән!
Йомағужаларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"