АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор

Яугирҙәргә--ҡорот

Хужабикәләр бергә тупланып, яугирҙәргә ҡорот ебәрҙе.

Яугирҙәргә--ҡоротЯугирҙәргә--ҡорот
Яугирҙәргә--ҡорот

--Билдәле булыуынса, алдағы көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһына райондан сираттағы гуманитар ылау оҙатыла. Техника, башҡа кәрәк-яраҡтар менән бер рәттән, уңған хужабикәләрҙең тырышлығы менән яугирҙәргә йәнә киптерелгән ҡорот та ебәрелә. Ғәлиәхмәт, Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Әбүбәкер, Сәғит, Иләс ауылдарының ағинәйҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм айырым хужабикәләрҙең көсө менән тупланған милли ризыҡты һылыуҙар исеменән уларҙы әйҙәп йөрөүсе район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова алып килеп тапшырҙы. Тыуған яҡ күстәнәсе итеп ебәреләсәк кипкән ҡорот яугирҙәргә көс, дәрт-дарман өҫтәр, егеттәребеҙ тиҙерәк тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыр тигән изге теләктәрен дә еткерә улар,--тип яҙалар Хәйбулла хакимиәтенең социаль селтәрендә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас