

Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы уңғандары Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған "Сылтыр шишмә" район конкурсында ҡатнаша. Үткән ял көндәрендә улар Апай шишмәһе янында йыйылып, биләмәне тәртипкә килтерҙе, баҫмаларҙы буяны, һыу сығып ятҡан урынын кәртәләп ҡуйҙы.
--Ауыл халҡы элек-электән йылға, күл, башҡа төрлө һыу сығанаҡтарына ихтирамлы һәм иғтибарлы булды. Бындағы төҙөкләндереү эштәре конкурс өсөн генә үткәрелмәй. Апай шишмәһе яйыҡбайҙар, шул иҫәптән күрше ауылдар өсөн бик изге урын. Бәйгегә район башҡорттары Ҡоролтайы башлығы Ришат Вәкил улы Ишембәтов етәкселегендәге сираттағы рейдтан һуң уның тәҡдиме буйынса ҡатнашырға булдылар,--тип яҙа социаль селтәрҙә яйыҡбайҙар.