+24 °С
Ямғыр


Был хаҡта Альбина Баййегетова хәбәр итә:
Баймаҡ ҡалаһының көндән - көн матурайыуы, үҫеше ҡыуандыра.
Үҙәк майҙанда урынлашҡан фонтан, эскәмйәләр, бәүелсәктәр - халыҡтың күпләп йыйылған һәм ял иткән урынына әүерелде. Фонтандан йәй буйы балалар, уларҙың шат тауыштары өҙөлмәне!
Ә кисәге көн инде матурлыҡҡа тағы ла йәм биреп, айыуҙар ҡуйылды. Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, тиҙәр бит инде. Беҙ ҙә уның янына барып, тотоп ҡарап, айыу менән "аралашып ", иҫтәлеккә кәртишкәгә лә төштөк.
Матурлыҡ булдырыусыларға Ҙур Рәхмәт, ә инде беҙгә, халыҡҡа, ошо матурлыҡты һаҡларға, яҡларға, ҡәҙерләргә кәрәк!