

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәүсе Үҙәнбаевтар ҡоролтай иғлан "Сылтыр шишмә" акцияһына ҡушылып, бергәләп Туҙғыуыш шишмәһен таҙалап, кәртәләп ҡуйҙы.
--Элек был урында ҡартатайыбыҙ Үҙәнбаев (Бикбаев) Фирғәт Фазулла улы балалары менән гөрләп бесән эшләй ине. Алыҫ урман, ҡартатай эшләгән өҫтәл, эскәмйә, һалҡын Туҙғыуыш шишмәһе--барыһы ла яҡын беҙгә. Ҡартатай алты улы, алты килене,ҡыҙы-кейәүе һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән менән ихлас бесән эшләне. Ҡартәсәй иһә эшселәрен тәмле аштары менән һыйлап, ул арала бөрлөгән һәм ҡурай еләген йыйып өлгөрҙө. Туҙғыуыш яланы гөрләп торҙо. Бөтә кеше-- ҡарты ла, йәше лә, балалар ҙа егелгән атта бесәнгә йөрөнө. Төшкө аш мәле етһә ошо төпкөлдә бесән эшләгән башҡа ауылдаштар ҙа шишмә һыуына килер ине, малҡайҙарға ла ошо шишмәнән һыу алып эсерәләр ине. Ошо мәл матур хәтирә булып иҫтә,--ти Үҙәнбаевтар.
Афарин, Үҙәнбаевтар! Һәр бер ғаилә, һәр бер нәҫел ошондай эш башҡарһа, тәбиғәтебеҙ күҙгә күренеп таҙарыр, ауылдар төҙөкләнер ине..