

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында Алсынбай тауы итәгендә хозур ер барлығын хәбәр иткәйнек инде. Унда гөлйемеш, алмағас, энәлек, муйыл, ҡомалаҡ, тал-тирәк, ҡайын, ҡарағат - һәммәһе лә үҫә. Тик һуңғы йылдарҙа ул күҙгә күренеп юҡҡа сыға барҙы. Тәбиғәт шарттары ла, мал, кеше факторы ла ғәйепле ине. Тәбиғәтте яратҡан Ғәлимйән Усманов ғаиләһе менән яҙ был ерҙе кәртәләп, таҙалап алғайны. Ә яңыраҡ улар 60-лаған төп ағас-ҡыуаҡтар (ҡарағат, миләш, балан һ.б) ултыртҡайны...
Сыңғыҙҙарҙың ауылдаштарының изге эшенә битараф ҡарамауы ҡыуандыра. Дөрөҫ, тыуған ер - ул уртаҡ... Кәртәләнгәнме, кәртәләнмәгәнме, ҡуртымға алынғанмы, юҡмы --ул барыбер уртаҡ. Барыбыҙ ҙа ошонда үҫкәнбеҙ, ошо ерҙең һауаһын һулап, һыуын кисеп һәм эсеп буй еткергәнбеҙ. Уны матур килеш киләсәк быуынға еткереү - һәммәбеҙҙең изге бурысы. Ошоно Сирбаевтар яҡшы аңлай. Гөлшат һәм Хоҙайбирҙе Сирбаевтарҙың ҡыҙҙары, улдары, килендәре, кейәүҙәре изге ғәмәл башҡарҙы. Улар күмәкләп 120 төп ҡарағай ултыртты. Был изге эшкә Учалыла йәшәгән ҡыҙы һәм кейәүенең дә ҡайтып ҡушылыуы маҡтауға лайыҡ. Кеше ситтә йәшәһә лә, һәр саҡ күңеле менән тыуған яғында шул. Афарин!