+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы уңғандары Мәсет ҡоҙоғон таҙаланы.Бар халыҡ яратып эскән шишмә мәсет эргәһендә булғанға беҙ уны "Мәсет ҡоҙоғо" тип йөрөтәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарға техникаһы менән Фидан Ғәйнетдинов ярҙам итте. Кәртәләнеп алынған ҡоҙоҡ майҙансығы үҫкән ағастарҙан, ҡыйҙан таҙартылды, ҡоймаһы эстән-тыштан буялды.
Өмәлә ҡатнашҡандарға ауыл исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, Аллаһтың рәхмәте яуһын, сауаптарын насип әйләһен, - тип яҙа китапханасы Әлиә Дауытбаева.