БЕРҘӘМ ЭШ БЕРӘГӘЙЛЕ

Йылайыр районы Матрай ауылында 2022 йылда, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә, парк ҡоймаларын тимер ҡоймаға алыштыра башалғайнылар. Быйыл эш дауам итә. Ир-егеттәр өмәгә сығып, тротуар бордюрҙарын һалыуҙа, эскәмйәләр ултыртыуҙа ярҙам күрһәткән. Әйткәндәй, эскәмйәләрҙе ауылдаштары Ғәзиз Иҫәндәүләтов эшләгән. Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Йәрмөхәмәтов өмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

БЕРҘӘМ ЭШ БЕРӘГӘЙЛЕБЕРҘӘМ ЭШ БЕРӘГӘЙЛЕ
БЕРҘӘМ ЭШ БЕРӘГӘЙЛЕ

Ә һеҙҙең тарафта өмәгә сығалармы? Тыуған төйәгегеҙ өсөн ниндәй изге эш башҡараһығыҙ?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас