+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ районы Билал ауылы халҡы аҡса йыйып, ауыл мәсетен ремонтлауға материалдар алып эш башлап ебәргәйне. Әле ремонт эштәре тамамланыуға бара. Ауылдаштар көн дә тиерлек өмәгә сыға. Кем буш--шул ихлас эшкә ҡушыла.
--Кисә өмәгә килеүсе Рәдиф Шаһибалов, Радмир Мәһәҙиев, Рәмил, Айнур, Айгиз Амановтарға, Алмаз Ишмөхәмәтов, Шамил Юламанов, Рәфис Ғалиндарға һәм уларҙы аш-һыу менән һыйлаусы Нәфисә апай Әминева, Нәсимә апай Боҫҡоноваларға ҙур рәхмәт!--тип яҙа социаль селтәрҙә китапханасы Райхана Булатова.
Афарин, билалдар! Атайсалға изге ғәмәлдәр йылында башҡарған эшегеҙ, ысынлап та, оло маҡтауға лайыҡ. Күмәкләгән--яу ҡайтарған!