АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор

Ҡыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонған

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауыл биләмәһенең Ҡыуат ауылы быйыл "Сәләмәт ауыл-2026" район конкурсында ҡатнаша һәм ауылды төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя

Ҡыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонғанҠыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ҡыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонған

Ҡыуаттар ауылды төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләп алыу, обелисктарҙы ремонтлау буйынса эште әүҙем башлап ебәрҙе лә инде.Бөгөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Әбделкәрим ауыл биләмәһе етәкселеге, ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ ҡатнашҡан йыйылышта атҡарыласаҡ эш планы уртаға һалып тикшерелде. "Беҙ "Сәләмәт ауыл-2026" конкурсында еңергә тейешбеҙ!" - ти ауыл старостаһы Шәһит Сыбарғошев. Әлеге ваҡытта дөйөм көс менән Һаҡмар аша бер баҫма һалдыҡ, беседка эшләп ултырттыҡ, ағас ултырттыҡ. Аҡсаны ауылдаштар ҙа, ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа дәррәү йыя. Ҙур рәхмәт бөтәгеҙгә лә!

Ҡыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ҡыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ҡыуаттар ең һыҙғанып эшкә тотонған
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас