Фекер
10 Июля , 17:00

Тәмәке тартмағыҙ, ҡыҙҙар!

Әйе. Бөгөнгө көндә аптырарлығы юҡ. Әммә ләкин. Йәнем әсеп ҡуйҙы. Йәштәр бигерәк.(Һуңғы ваҡытта инвалид балаларҙың күпләп тыуыуға ошо ла булышлыҡ итмәйме ни???!!!) Һауа бысратып торалар, тирә-яҡҡа ла зыяны ҙур. Балалар күпләп торалар. Улар ҙа хәҙерге көндә аптырамаҫтар, шулай тейешле тип ҡабул итмәҫтәрме икән??!! Һау киләсәкте булдырыу өсөн барыһын үҙебеҙҙән башлау кәрәкмәҫме ине икән?! Ярай уныһы... Сәйнәлгән балыҡ башы. Шул ир-егеттәре урынында мин булһам. Ауыҙҙарын йырыр инем бит мин!!! Тотоп алып өтөр инем ауыҙҙарын. Егеттәренә оҡшағас шулай, ҡыҙҙары ла ҡоторған инде. Тәүбә, тәүбә...

Тәмәке тартмағыҙ, ҡыҙҙар!Тәмәке тартмағыҙ, ҡыҙҙар!
Тәмәке тартмағыҙ, ҡыҙҙар!

Өфө-Сибай. Отпускыға сығып ҡайтып киләм. Инйәр. Ялға туҡтаныҡ. Машинала башҡаларҙы көтөп ултырамын. Шул саҡ бер парға күҙем төштө. Кафенан сыҡтылар ҙа. Икәүе лә тәмәкеләрен сығарып һура башланылар. Тартып торалар егет ҡыҙын һыға ҡосаҡлап алған. Ултыра бирәм. Икенсе парға күҙ төштө. Ҡыҙ магазиндан ике пачка тәмәке алып сыҡты ла. Береһен егетенә һуҙа, икенсеһе үҙенә, булһа кәрәк. Шулай уҡ, рәхәтләндереп төтәтә башланылар. Нимәһенә аптырайһың???!! Хәҙерге көндә тиерһегеҙ. Әйе. Бөгөнгө көндә аптырарлығы юҡ. Әммә ләкин. Йәнем әсеп ҡуйҙы. Йәштәр бигерәк.(Һуңғы ваҡытта Инвалид балаларҙың күпләп тыуыуға ошо ла булышлыҡ итмәйме ни???!!!) Һауа бысратып торалар, тирә-яҡҡа ла зыяны ҙур. Балалар күпләп торалар. Улар ҙа хәҙерге көндә аптырамаҫтар, шулай тейешле тип ҡабул итмәҫтәрме икән??!! Һау киләсәкте булдырыу өсөн барыһын үҙебеҙҙән башлау кәрәкмәҫме ине икән?! Ярай уныһы... Сәйнәлгән балыҡ башы. Шул ир-егеттәре урынында мин булһам. Ауыҙҙарын йырыр инем бит мин!!! Тотоп алып өтөр инем ауыҙҙарын. Егеттәренә оҡшағас шулай, ҡыҙҙары ла ҡоторған инде. Тәүбә, тәүбә... Ыстағафирулла. Көндә күрелә ундай күренештәрҙе. Әммә ләкин ошо ҡыҙҙарға-егеттәргә ҡарап, ғәрләнеп ултырҙым. Шундай йәмғиәт өсөн. Серләшкәндәрҙән төркөмөнән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас