АТАЙСАЛ
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
24 Мая , 03:10

Барыбыҙҙы йөрәк ауырыулы итеп китте...

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарға әйткем килә. Минең хатаны ҡабатламағыҙ. Мин 59 йәшемдә генә йәшәү ни икәнен белдем. Сөнки ошо йылда ирем вафат булды. Яратышып өйләнешкән кеүек инек тә тик иремдең холҡон үҙгәртә алманым. Ул эсте, уныһына ла түҙеп була икән дә әммә ныҡ йөрөнө.

Барыбыҙҙы йөрәк ауырыулы итеп китте...Барыбыҙҙы йөрәк ауырыулы итеп китте...
Барыбыҙҙы йөрәк ауырыулы итеп китте...

Хатта күршеләге янғыҙ ҡатынға минен күҙ алдында инеп китергә лә оялмаҫ ине. Ярай тыныс ятһын. Башҡа ыҙаларымды яҙып тормайым, оялам. Ирем үлгәс күҙҙәрем асылып тормоштоң матурлығын күрҙем. Бәләкәс кенә өйөмдө үҙемсә ремонтлап матурайтып алдым. Ҡыҙҙарым ярҙам итте. Рәхмәт уларға. Яңы кейем алдым. Шул бер кис яҡтырып киткән өйгә бәләкәй ҡыҙым килде. Икәүләп сәй эсеп ултырабыҙ. Ҡыҙым ҡысҡырып илап ебәрҙе. Әсәй нишләп һин беҙ баласаҡта уҡ айрылманың атайҙан, мин бит ул һине үлтерер тип ҡурҡып йәшәнем һәр саҡ, тине. Миңә ҡыйын булып китте. Мин бит һеҙ атайһыҙ булмаһын өсөн түҙҙем тигәйнем. Их әсәй ундай атайҙың булғандан булмағаны яҡшы бит, бөтәбеҙҙе лә йөрәк ауырыуы итеп китте бит тине. Шул саҡ ҡына хатамды аңланым. Тик һуң шул. Шуға үҙегеҙҙе ҡәҙерләп, матур итеп йәшәгеҙ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас