Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Февраль , 12:00

Ярышыу урынһыҙ

Бер фото күрҙем бөгөн. Шул тиклем ҙур бәхәс бара бер чатта, фото арҡаһында. Ә бит беҙҙең өсөн бер аптырарлығы ла юҡ. Һәр ваҡыт шулай булды.

Ярышыу урынһыҙ
Ярышыу урынһыҙ

Ҡаҙ йолҡалар икән, нисә кеше ҡаҙ йолҡоуҙа ҡатнашҡан, кисенә ире ҡатыны ҡаҙ өмәһе ашына хужаларға йыйылалар. Бер тәрилкә бирелә йәнәһе ир менән ҡатынға. Юҡ, һәр кеше алдына ҡуйыла тәрилкә. Унда ҡаҙҙың бөтә ере лә бешерелә, һәр кем алдына бирелә. Эй яратам да инде шул өҫтәлдәрҙе. Кем күрмәгән быны әлбиттә аңламай. Ашап бөтөргә тимәгән бит. Төрөп алып ҡайталар балаларына. ????элек беҙ бәләкәй саҡта күстәнәс көтөп ултыра торғайныҡ. Ә инде һуғым ашын башҡорт татарҙан башҡалар совсем аңламайҙар. Мин әйтмәйем ҡаҙаҡ үзбәк тураһында. Уларҙа даже күберәктер ҙә. Саҡырһалар һөйләрмен. Ә мин үҙем участник булған өҫтәлдәр тураһында ғына фекер йөрөтәм. Әйтеп булмай, булғанда бүреләй, булмағанда сүреләй тип. Традиция шулай дауам итһен инде ул. Әле хәҙер Аллаһым бирһә ифтарҙар башланырға тора. Бына бында инде өҫтәл ябыуҙа ярышыу кәрәкмәй.Аҙыҡты Сарыф итеүҙе динебеҙ өнәмәй. Бында ярыш бөтөнләй урынһыҙ. Аҙаҡҡы аҡсаларығыҙҙы тәләф итеп өҫтәлгә аҙыҡ тултырыу бер генә лә кәрәк эш түгел. Беҙ бит ифтарға эс тултырып ашаныу өсөн,кеше өҫтәлемдең һығылып ултырғанын күрһен тип йыйылмайбыҙ. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Беҙ йыйылып күңел асыр өсөн дә өҫтәл япмайбыҙ. Бигерәк тә сиратҡа ла баҫмайбыҙ бөгөн һин ауыҙ астыраһың, иртәгә мин тип тә йыйылмайбыҙ. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙыу был осраҡта ла ситен түгел. Ифтарҙа кемдең ҡоймағы, кемдең гөбәҙиәһе тәмлерәк тип обсуждение лә килешкән эш түгел. Береңдән берең уҙҙырып үзбәк азербайжан иран ирак кейемдәрен кейеп килеү ҙә ифтар өсөн артыҡ. Ябай ғына яулыҡ ябынып оҙон еңле,итәкле күлдәк кейһәң бик матур, бик мәслихәт. Ҡыҫҡа еңле күлдәк кейеп килеп еңен тартып ултырмаһаң булды. Хужабикәнән яулыҡ таптырыу ҙа, ҙур шәл менән ҡулбашы ябырға маташыу ҙа килешмәй. Ир егеткә ни рәхәт, таҡыя кейеп,галош кейһә шул еткән, моғайын шорты , трико кейеп килмәҫ. Әлбиттә мин мулла түгел һеҙгә вәғәз һөйләп, мораль уҡырға. Но????яйлап өйрәнә торайым. Ә был һүҙ араһында ғына. Фотолағы инәйҙең өҫтәле оҡшаны тип кенә әйтергә уйлағайным. Биш минуттан был тәрилкәләр түръяҡҡа шылып бөтә инде ул. Инәйҙе түргә ултыртырға онотмағыҙ. Үтегеҙ, үт! Интернеттан алынды фото ла, мәғлүмәт тә

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас