Бөтә яңылыҡтар
Фекер
30 Ғинуар , 12:00

Көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде

Бөгөн мөрәжәғәтнамәлә көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде. Ысынлап та, барыһы ла еңеү өсөн эшләнелә.

Көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде
Көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде

—Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәтнамә тос, йөкмәткеле булды. Башлыҡ көнүҙәк мәсьәләне күтәрҙе. Бөгөн, ысынлап та, төп тема—махсус хәрби операция. Барыбыҙ ҙа уның тиҙерәк тамамланыуын теләйбеҙ. Бында теләк кенә аҙ, ғәмәл кәрәк. Был йәһәттән беҙҙең яҡташтар өлгө. Һәр ауылда ЕҢЕҮҘЕ яҡынайтыу өсөн тырышалар. Әйтергә кәрәк, ябай халыҡ та, власть та тыныслыҡ көтә һәм еңеүҙе яҡынаутыу өсөн ярҙам ебәрә.

Электән Башҡортостан башаҡалар өсөн өлгө төбәк булған. Француздарға ҡаршы яу сапҡанда ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла башҡорттарҙың полктары, геройҙары бик күп булған. Әле лә бик күп егеттәребеҙ батырлыҡ күрһәтә. Үкенес, әлбиттә, һәләк булыусылар күп. Уларҙы онотмау, балаларын, туғандарын ярҙамһыҙ ҡалдырмау—төп бурыс.

Ауылдарҙа, мәжлестәрҙә лә төп тема—махсус хәрби операция. Халыҡтың теленән төшмәй. Барыһы ла Еңеү көтә, барыһы ла тыныслыҡ көтә. Уның тиҙләтеүгә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт!—тип үҙ фекерен белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас