Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Ғинуар , 22:50

Егеттәр, ҡарап өйләнегеҙ!

Ә бына минең йәш ҡыҙ-егеттәргә кәңәшем бар. Баштан башлайым әле. Яңы күршеләр күсеп килде. 30 йәштәр тирәһе барҙыр үҙҙәренә. Бер балалары бар.

30 йәштәр тирәһе барҙыр үҙҙәренә. Бер балалары бар. Ҡатыны борҡотоп тәмәке тарта, теле бот төбәнән. Ашарға бешерһә-бешерә, бешермәһә юҡ. Бешергән хәлдә лә иң көслө утҡа ҡуйып ҡапҡасын да ябып тормай 2-3 сәғәт буғырҙата ла алып инеп китә. Бешергән ваҡытта иптәшенә шылтыратҡан була, нимә ашайһың, нимә бешерәйем, тип. Шунан, мин нимә бешерһәм дә барыбер ашамайһың, ана өсөнсө көн бешәргән нәмәм холодильникта тора, тип аҡырып-баҡырып телефонын һалып ҡуя. Ир тигән нәмәкәй эштән ҡайта ла, йә билмән, йә нимә бешереп ашаған була. 2 йәшлек балаһын әле һаман горшокка өйрәтмәгән, ә үҙе балаһы ыштанына ярау итһә, йәне сыҡҡансы аҡыра балаһына. Балалар майҙансығына сыҡһаң, тағы шул хәл. Йәш әсәйҙәр, балама 3-4 йәш горшокка өйрәнмәгән, памперста йөрөйбөҙ, нисек өйрәттегеҙ балағыҙҙы тип һорайҙар. Балаларын уйнарға ебәреп ҡуялар ҙа, интернетҡа сумалар. Ә ирҙәре эштән ҡайтып былар эргәһенә килһә; Дорогооой, я не успела ужин приготовииить, тип юхалана башлайҙар. Тегеләре магазинға юл тота. Нимә әйтәһем килә; аҡыллы, эшһөйәр егеттәргә шундай ҡыҙҙар тура килә. Шуға күрә мөхәббәт, тип иҫегеҙ китеп йөрөмәгеҙ, тәрбиәле, ашарға бешерә белгән ҡыҙҙарҙы һайлағыҙ. Ә был категорияға ингән ҡыҙҙарға: кейәүгә сығып кеше балаһын интектермәгеҙ, мыҫҡыл итмәгеҙ,иң беренсе хотя бы ашарға бешерергә өйрәнегеҙ, тип әйтәһем килә. Һәм тағы ла, тупаҫ, ҡул күтәрергә тартынмаған, холоҡһоҙ егеттәргә аҡыллы,бар нимәгә лә оҫта ысын ҡатын-ҡыҙҙар тура килә. Ошондай ҡыҙҙарға ла шулай уҡ, мөхәббәт ауырыуы менән артыҡ ауырымаҫҡа кәңәш итер инем. Сөнки кеше ул ваҡытта айыҡ аҡыл менән уйларға һәләтле булмай)) Аноним.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас