Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Сентябрь , 11:10

"ТӨҘӨК АУЫЛ" КОНКУРСЫ КӘРӘК...

 Бәғзеләрҙең ишек алды ярайһы уҡ күркәм, ә һарай, картуф баҡсаһы сүплектән бер аҙ ҡайтыш. Хәҙер картуф урынына кесерткән, киндер, шайтан таяғы үҫтереүселәр бар. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа бейек бер сүп үләне барлыҡҡа килде. Ҡарап тороуға шайтан таяғына оҡшаған, тик бейегерәк. Үҙе тиҙ үрсей. Шуны күрә тороп сабып ташламаған йорт хужалары бар. Хатта ҡайһы бер ауылдарҙа төп урамдарҙа буйынан буйына үҫә. Ир-егеттәр килешеп бер көн өмәгә сыҡһағыҙ ҙа шул сүп үләнен сабып сығырға булыр ине.

"ТӨҘӨК АУЫЛ" КОНКУРСЫ КӘРӘК...
"ТӨҘӨК АУЫЛ" КОНКУРСЫ КӘРӘК...

Ҡайһы бер ауылдарҙа тырыш, уңған, берҙәм, сәмсел халыҡ йәшәй. Ярышып-ярышып донъя көтәләр, бергәләп өмәгә сығалар... Ә ҡайһы бер ауылдарҙы ҡый баҫҡан, ташландыҡ өйҙәр күп. Бәғзеләрҙең ишек алды ярайһы уҡ күркәм, ә һарай, картуф баҡсаһы сүплектән бер аҙ ҡайтыш. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа бейек бер сүп үләне барлыҡҡа килде, бығаса ул беҙҙең төбәктә үҫмәй торғайны. Ҡарап тороуға шайтан таяғына оҡшаған, тик бейегерәк. Үҙе тиҙ үрсей. Шуны күрә тороп сабып ташламаған йорт хужалары бар. Хатта ҡайһы бер ауылдарҙа төп урамдарҙа буйынан буйына үҫә. Ҡайҙа ауыл башлыҡтары, ҡайҙа староста-депутаттар? Бәлки, һеҙ әйтһәгеҙ, ҡыбырларҙар. Ир-егеттәр килешеп бер көн өмәгә сыҡһағыҙ ҙа шул сүп үләнен сабып сығырға булыр ине.

Бәлки, юғарынан "Айыҡ ауыл" һымаҡ берәй сара уҙғарырғалыр. Мәҫәлән, "Төҙөк ауыл" конкурсы? Нисек уйлайһығыҙ? Әллә һеҙгә барыберме? Ауыл күркәм, таҙа булһа күңеллерәк түгелме ни?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: