Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Июль , 20:55

АЙ-ҺАЙ, ТАБАЛАР БИТ ИСЕМДЕ!

Түбәндә телгә алынған исемдәрҙән беҙгә Әминә менән Әмир генә оҡшаны. Ә һеҙгә? Өләсәй-олатайҙар, ейән-ейәнсәрегеҙгә матур исем һайлаштығыҙмы?

АЙ-ҺАЙ, ТАБАЛАР БИТ ИСЕМДЕ!
АЙ-ҺАЙ, ТАБАЛАР БИТ ИСЕМДЕ!

БАШИНФОРМ хәбәр итә:

2024 йылдың башынан Башҡортостанда яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәрен аталды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.

Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Йәнилә, Дильназа, Любава, Фрида, Оишахон.  Ә малайҙар араһында Арнольд, Рихард, Ансор, Одиссей, Луис Адриан исемдәре бик аҙ.

Республикала Әминә, София, Арина, Ева, Йәсминә кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға йышыраҡ Әмир, Марк, Тимур, Артем, Эмир тип ҡушҡандар.

Автор:
Читайте нас: