Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Май , 11:45

САБЫЙҘАРҒА КЕМ ТИП ҠУШАЛАР?

Быйыл Башҡортостанда тыуған ҡыҙҙарға ата-әсәләре йышыраҡ Әминә (193), София һәм Арина (153ш-әр), Ева (149), Эмилия (148) тип ҡушҡан. Малайҙар  араһында Әмир (217), Марк (159), Тимур (156), Матвей (146) һәм Артем (139) күберәк.

САБЫЙҘАРҒА КЕМ ТИП ҠУШАЛАР?
САБЫЙҘАРҒА КЕМ ТИП ҠУШАЛАР?

Башҡортостанда 2024 йылдың башынан донъяға килгән сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле һәм популяр исемдәр билдәле булды. Исемлекте ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы баҫтырып сығарған.

Һирәк осраған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Элли, Бибисара, Амили, Элиана, Рәйсә. Ир-егет исемдәре араһында иһә Вилен, Хафиз, Наджафгулу, Федор, Сармат-Эрнест.

Ҡыҙҙарға йышыраҡ Әминә (193), София һәм Арина (153ш-әр), Ева (149), Эмилия (148) тип ҡушалар икән. Малайҙар  араһында Әмир (217), Марк (159), Тимур (156), Матвей (146) һәм Артем (139) күберәк.

 

Ә һеҙ балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә кем тип ҡуштығыҙ йә иһә кем тип исем бирергә теләр инегеҙ?

 

Фото: ru.freepik.com

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: