Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Май , 14:55

САҒЫЛЫШ

Сағылыш тигән ғәжәп нәмә бар. Аҙым һайын һәр кем шуға барып төртөлә. Кеше күңелендә тыуған уй-хистәр йөҙ-ҡиәфәтендә, ә уныһы, үҙ сиратында, көҙгөлә, һыуҙа, һүрәттә сағыла. Йә йәлләткес, йә наҙлатҡыс, берсә ҡарап туйғыһыҙ, берсә яҡын барғыһыҙ ул сағылыш. Ҡай сағында инде сағылыш була алдатҡыс.

САҒЫЛЫШ
САҒЫЛЫШ


Ҡояшлы көндә кәүҙәбеҙ шәүләһе бер тотам ҡалмай арттан эйәрә. "Килбәте ниндәй - шәүләһе шундай,"- ти халыҡ шуны күҙ уңында тотоп. Кейгән кейемендә лә сағыла кеше һыны. "Май сүлмәге тышынан билдәле,"- тигәндәре шуға яҡыныраҡ һымаҡ. Һүҙ юҡ, был юлы сағылыш теп - теүәл, дөп- дөрөҫ.
Кешенең һүҙ сәнғәтендә сағылышы ла бер ҡалыпҡа ғына ҡайтып ҡалмай. Бер үк кешене меҫкен дә итергә, батыр ҙа яһарға, ялҡау ҙа итергә, уңған да яһарға, түбәнгә ҡолатырға ла, күктәргә күтәрергә лә мөмкин. "Ҡағыҙ түҙә,"- тигәндәре шуға ишара. Был юлы ла сағылыш - алдатҡыс.


Рим Исхаҡов

Автор:
Читайте нас: