АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Март , 14:45

Кем уйлаған һуң үлергә...сәскә ятыр тип ҡәбергә

...Ҡәлғә кеүек йортом, ҡыйбатлы автомобиль, шәхси самолет, банктағы аҡса, йортомдағы йыһаз, дан-шөһрәт – был байлыҡтың хәҙер миңә бөтөнләй кәрәге юҡ. Үлем көткәндә бөтә нәмә лә мәғәнәһен юғалта икән. Һауығырға теләү теләге генә ҙур.

Кем уйлаған һуң үлергә...сәскә ятыр тип ҡәбергә
Кем уйлаған һуң үлергә...сәскә ятыр тип ҡәбергә

 

40 йәшендә ашҡаҙан рагынан донъя ҡуйыусы билдәле актриса үлер алдынан түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған:

1.Гаражымда донъяла иң ҡиммәтле автомобилдәрҙең береһе тора, әммә мине әле инвалид коляскаһында йөрөтәләр.

2.Өйөмдә бренды әйберҙәр, аяҡ кейеме һәм затлы әйберҙәр бик күп, әммә әле минең тәнем дауахана карауатында йоҡа ғына простыняға төрөлгән.

3.Банктағы иҫәбемдә аҡсам бик күп, әммә ул аҡсаны тотонорға форсатым юҡ.

4.Ҡәлғә хәтлем шәп йортом бар, әммә мин дауаханала ятырға мәжбүрмен.

5.Быға ҡәҙәр мин сәйәхәт иткәндә 5 йондоҙло отелдән унан да шәберәк отелдәрҙә туҡталдым, хәҙер мин бөтә ваҡытымды дауаханала уҙғарам һәм бер лабораториянан икенсеһенә күсенәм.

6.Фанаттарыма бик күп автографтар бирҙем, әле минең подпистар – медицина яҙыуҙары.

7.Элек мин иң шәп бөҙрәханаларға ғына йөрөп, прическа эшләттем. Әле минең башымда сәсем юҡ.

8.Элек Ер шарының теләгән еренә шәхси самолетымда осоп бара ала инем, хәҙер дауахана биләмәһенән ары сығып китә алмайым.

9.Ашау байҙан булды һәр саҡ. Әле бына диеталамын, көнөнә 2 таблетка, бер нисә тамсы шыйыҡ дарыу, һыу ғына эсә алам.

Ҡәлғә кеүек йортом, ҡыйбатлы автомобиль, шәхси самолет, банктағы аҡса, йортомдағы йыһаз, дан-шөһрәт – был байлыҡтың хәҙер миңә бөтөнләй кәрәге юҡ.

Үлем көткәндә бөтә нәмә лә мәғәнәһен юғалта икән. Һауығырға теләү теләге генә ҙур.

фото интернет селтәренән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: