Фекер16 Ғинуар 2024, 20:55
Йыһан ҡануны
Барыһы ла үҙгәрә. Бер нәмә лә үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Бөтә нәмә лә ҡасан булһа ла бөтә. Һәр нәмә ваҡытлыса.
- Донъяла һәр нәмәнең ике яғы бар: аҡ һәм ҡара, йәшәү һәм үлем... Һәр нәмәлә ҡаршылыҡтар йәнәшә бара. Һәр процесс тамамланып, үҙенең ҡапма-ҡаршы һаләтен ала.
- Бында булған – бөтә ерҙә бар. Күңелебеҙ ни күрә - тирә-яҡта шул. Матур тиһәк – матур күренер, яман тиһәк – яман. “Ошо сир йоғоп ҡумаһын”,--тип сирҙе уйлаһаң – йоғор. Уйлағаның уйҙы тарта...
- Эстәге – тышта. Кәйефең дә эске торошоңа бәйле.
- Нимәгә нығыраҡ иғтибар бүләһең – тормошоңда шул.
- Беҙҙең һәр ғәмәлебеҙ үҙебеҙгә әйләнеп ҡайта.
- Бар нәмә уйҙан башлана.
- Яҡшы һәм насар тип аныҡ әйтеп булмай. Кемгәлер яҡшы булған нәмә - икенсегә насар һәм киреһенсә булыуы ихтимал.
- Барыһы ла үҙгәрә. Бер нәмә лә үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Бөтә нәмә лә ҡасан булһа ла бөтә. Һәр нәмә ваҡытлыса.
фото: mixyfotos.ru