--Әпсәң мине бөтөнләй онотто. Тыуған көнөм менән дә ҡотламай!—тигән элекке ирем ҡыҙыбыҙға.
Ҡыҙым атаһының ошо хәбәрен еткергәс, элекке иремә смс-хәбәр ебәрҙем: “Ҡотлайым. Ғаиләңдә бәхетле йәшәүеңде теләйем”,--тип яҙҙым. Яуап булманы.
Ирем менән егерме йылға яҡын йәшәнек. Ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бирҙек. Балалар мәктәптә уҡый, беҙ эшләйбеҙ. Ике ҡатлы йорт, машина бар. Барыһы ла яҡшы һымаҡ. Тик ирем эшенән йыш иҫерек ҡайтты, байрамдарҙа өйҙә булманы, хатта шул тыуған көнөн дә ғаиләһе менән уҙғарманы. Ә мин тәмле турамалар эшләп, аштар бешереп, бүләктәр әҙерләп көтә инем. Балалар ҙа үҙҙәренсә бүләк әҙерләне. Бәләкәсе ҡағыҙға һүрәт төшөрөп, “Минең атайым иң яҡшыһы” тип яҙып ҡуя ине… Ә “яҡшы атайыбыҙ” байрамдарҙа беҙҙе иҫкә лә алманы… Һөйәркәһе барлығын белгәс, тормош селпәрәмә килде. Беҙҙе ҡалдырып сығып китте.
Ерҙе тырнап, әрнеп иланым. Әммә балаларыма күҙ йәшен күрһәтмәнем. Аталары менән аралашыуҙы ла тыйманым, әммә “Атайығыҙ хаҡында миңә һөйләмәгеҙ, миңә ҡыҙыҡ түгел”,--тип тыйып ҡуйҙым.
Айырылыуға өс йыл үткәс, бына шундай һүҙҙе ҡыҙым әйтеп ҡуйҙы. Имеш, мин онотҡанмын… Имеш, тыуған көнө менән ҡотламағанмын… Эх, ә мин уны көткән саҡта, тыуған көнөнә бүләктәр алып, табын әҙерләгән саҡта ул ҡайҙа йөрөнө һуң? Ошоларҙы уйлай-уйлай руль артында ҡала урамын өс әйләндем. Күҙҙән субырлап йәштәр аҡты, башым ауырып китте. Онотманым мин уны ла, тыуған көнөн дә, яҡшылыҡтарын да, насар яҡтарын да. Онотманым. Хыянатты ғәфү итеп кенә булманы. Үпкә көслө. Үпкә менән йәшәү ауыр икәнен хыянатты кисергән кеше генә аңлайҙыр…
Әлиә.
Фото:ianed.ru