Бала саҡта әсәйемдән ишетеп үҫкән мәҡәл-әйтемдәрҙең намыҫыма иң ныҡ тейгәне "Кем эшләмәй, шул ашамай" тигәне була торғайны. Бөтәһе лә ашъяулыҡ тирәләй ашарға йыйылған ваҡытта, ялҡаулығым, булдыҡһыҙлығым арҡаһында, туғандарымдың ашағанын мөлдөрәп, ситтән күҙәтеп торам кеүек күреп, сикһеҙ ғәрләнә, ояла торғайным.
Йәшем арта барған һайын, әсәйемдең мәҡәл-әйтемдәре лә йәшемә тура килерлек етдиерәк була барҙы. "Барыр булмаһағыҙ, егеттәрҙе ымһындырып йөрөмәгеҙ, ир күңеле — быяла, төшөп китһә ыуала, ә ҡатын күңеле — ҡарындыҡ, күпме һуҙһаң да, ыуалмай ҙа, йыртылмай ҙа ул", - тип, ир-егеттәргә ҡарата ихтирам, иғтибар һәм улар абруйын һаҡлауҙы талап итер ине. Ашъяулыҡ янына атайҙан алда килеп ултырыу, урамда ир-аттың юлын ҡыйып үтеү, ир-егет алдына төшөп хәбәр һөйләү боронғолар өсөн оло әҙәпһеҙлек һаналды. Ир-ат алдында ғына түгел, ғөмүмән, әҙәпһеҙ хәбәр һөйләү, кешенең кәмселегенән көлөү — тәрбиәһеҙлек билдәһе булып, оло гонаһҡа иҫәпләнде. Был юлдарҙы бәйән иткәндә мин ғаилә тәрбиәһен генә түгел, дөйөм йәмғиәттәге ир-атҡа булған ҡарашты, көслө зат тип иҫәпләнгән ир-егеттәребеҙ холҡондағы сәйер үҙгәрештәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың да роле барлығын күҙ уңында тотам. Инсафлы ҡыҙ янында егет үҙен һәр ваҡыт контролдә тота, был аксиома, ә тәмәке тартып тороусы "гүзәл" зат менән ҡушылып тәмәке төтәтһә лә, кәләш итеп алырға ашыҡмай. Күрәһең, шул ашыҡмауҙан (ашыҡмауҙың да сәбәптәре ҡатын-ҡыҙға бәйләнгән, тимәксемен) килеп сығалыр ҙа инде "гражданский брак" тигәндәре. Тәбиғәт үҙенекен итә, тыныс ҡына йоҡларға ла, ашарға әҙерләүсе, кейем-һалымыңды йыуыусы ла кәрәк бит. Ир-ат та әҙәм балаһы.
- Дәә, ирҙәр кәпәсен кейә башланы бит был ҡатын-ҡыҙ, салбарҙарын да һалдырып алдылар. Ир-атҡа әйләнергә маташа түгелме былар? Донъялар болара күрмәһен инде! - тип борсолоп һөйләшеп ала торғайны йыйылышҡан саҡтарында беҙҙең быуын әсәйҙәре ҡайсаҡ. Әсәйем, ғәҙәттәгесә, ир күңелен быяла менән тиңләп, уның ҡоршап булмаҫлыҡ хәлгә килеүен иҫкәртеп тороусан булды.
Ул ваҡытта әсәйемдең әйткәндәрен беҙгә, үҙ ҡыҙҙарына, ҡәтғи талабы итеп кенә ҡабул итһәм дә, йылдар үткәс, был алтын һүҙҙәрҙең айышына инанасағымды белмәй инем әле. Тыуған ауылыма ҡайтып, ваҡытында өйләнә алмай ҡалған 40-50 йәштәрҙәге "егеттәрҙе" күргән һайын: "Заманында быларҙың быяла күңелдәрен дә ыуалтыусылар булғандыр, юғиһә, ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе ғаиләһеҙ, атай булыу бәхетенән мәхрүм булып, былай аҙып-туҙып йөрөмәҫтәр ине",- тип, йөрәгем әрней. Иң әсендергәне лә шул: улар берәү-икәү генә түгел, тиҫтәләгән. Һәр яҙмыш артында, бер ҡарауға, ябай ғына тарих - төрлө сәбәптәр арҡаһында егет һөйгәненән айырылған. Шуныһы ла ғәжәп: һөйгәненән тороп ҡалған ҡыҙ үҙенә барыбер ишен таба, ғаилә ҡороп, уңышлы ғына йәшәп китә, ә егет ғүмерлеккә яңғыҙ ҡала. Был әсе хәҡиҡәт тә ир-егеттең быялалай күңеленә ҡарата бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарға ла һаҡ булыуға ишара, минеңсә. Ошоға тиклем мәҡәлдәрҙең беҙҙе иҫкәртеү көсөнә эйә булыуы тураһында уйланғаным юҡ ине әле. Һуңғы ваҡытта ғына күҙ алдымда тарҡалған ғаиләләрҙең бөтәһенең дә айырылышыу сәбәптәре - йәш килен үҫкән ғаиләлә ир-аттың дәрәжәһен, күңел торошон һанламауҙан. Ҡыҙ бала үҫтергән әсәй кеше балаһын йәштән: "Ир күңеле — быяла, төшөп китһә ыуала" тип, мәҡәлдең мәғәнәһен төшөндөрөп үҫтерһә, сабырлыҡ та, уның менән бергә бәхет тә үҙенән-үҙе килер, минеңсә.
Ошо урында атайым мәрхүмдең һүҙҙәрен дә иҫкә төшөргө килә: "Тәүфиҡлы булһағыҙ, бәхет үҙе эҙләп килер. Иманлы, тәүфиҡлы булығыҙ. Иман нигеҙе - тәүфиҡ", - тип ҡабатларға яратыр ине. Ғаиләлә ир-егеттәргә ҡарата ихтирам, ололау, сабырлыҡ тәрбиәләүсе, булған һайын бүтәгәнән тәпәш булырға өйрәтеп торған әсәй булғанда, яңғыҙаҡтар ҙа аҙыраҡ булыр һәм айырылышыуҙарға ла урын булмаҫ, моғайын.
Ысынлап та, ҡатындарҙың ирҙәр психологияһын белмәүенән генә түгел, ә үҙен уларҙан өҫтөнөрәк күрергә теләүенән, шул арҡала ирҙе һанға һуҡмауынан айырылышыуҙар йышайҙы һуңғы ваҡытта. Мин белгән тәүге ғаиләнең юҡҡа сығыуы килен кешенең : "Аҡса етмәй. Минекеләр күберәк ярҙам итә, һинекеләр ярҙам итмәй", - тип, туғандарҙы "минеке, һинекеләр"гә бүлеп, көнө-төнө ғаиләм тип эшләп йөрөүсе ирен өҙлөкһөҙ игәп тороуынан булһа, икенсеһе: "Урамда йөрөп килерлек мөмкинлегем дә юҡ. Бала ҡарашырға ла эшкинмәйһең", - тип алыҫ рейста аҙналар буйы йөрөгән иренә туҡтауһыҙ зарланып мыжыуынан килеп сыҡты. Йәш ҡатындың вахтанан ҡайтыусы ирен һәр ваҡыт иҫерек ҡаршылауы арҡаһында өсөнсө ғаилә лә тарҡалды. Эшлекле, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған был ир-егеттәр ҙә нишләп кенә өйләндем икән тип уйламағандыр тимә! Өйләнмәй йөрөүсе егеттәргә был "өлгө"нөң тәьҫире тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Егеттәрҙең, өйләнгәс, донъя көтөрлөк ҡыҙҙар юҡлығына баҫым яһауы — ир-ат халҡының да (әлбиттә, ата ялҡау булмаһа) тормош көтөүгә ихласлығы, етди булыуы тураһында һөйләүсе миҫалдыр.
"Үҙе йығылған иламаҫ. Мин һеҙҙе көсләп кейәүгә бирмәнем. Ваҡ-төйәк ғаилә хәбәрегеҙҙе миңә алып килеп һөйләп йөрөмәгеҙ. Ҡашығаяҡ шалтырамай булмаҫ. Ирҙе ир итеп йәшәһәң генә, ир була ул. Ирҙе эҫендергән генә түгел, һыуындырған да үҙең. Ир бирмәк - йән бирмәк. Барған күлегеҙҙә таштай-ҡомдай батығыҙ!"- ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатыр алдынан әйтелгән әсәйемдең был ҡәтғи талабы беҙ, ҡыҙҙары өсөн, закон ине. Тормошта төрлөһөн күрҙек, кисерҙек, әммә беребеҙ ҙә әсәйебеҙ аманатына хыянат итмәнек. Мин был юлдар менән ғаиләлә әсә кешенең роле ҡатын-ҡыҙ, әсәй, остаз булараҡ, баһалап бөткөһөҙ икәнен әйтмәксемен. Ҡатын кеше - ғаилә тотҡаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Минең фекеремсә, бала тәрбиәләүҙә атай кеше ҡылыҡ-фиғеле менән генә өлгө булһа, әсәй кеше психолог та, филолог та, дипломат та була белергә тейеш. Атай баһаһын күтәреүсе, ир кешегә йәшәүгә, эшләүгә дәрт өҫтәп тороусы ла, ғөмүмән, ғаиләне тотоп тороусы, ирен хур итмәй, ҙур итеүсе - ҡатын, әсәй кеше. Ир-аттың үҙен тәртипле, ҡыйыу, ихтирамлы ир-егет итеп тойоуы өсөн берҙән-бер сара - ул эргәһендәге аҡыллы, сабыр, итәғәтле ҡатын-ҡыҙ.
Заманалар үҙгәрә тора, әммә боронғолар һүҙенең бәҫе юйылмай, киреһенсә, бөгөнгө көндә уның көсө арта ғына барған кеүек тойола миңә. Әсәйем үҙенән алда йәшәүселәрҙең алтын аҡылына хайран ҡалып, "боронғолар һүҙе" тип һоҡланып һөйләһә, хәҙерге быуынға ла ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тәрбиә ысулдарына һоҡланмау мөмкин түгел.
Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Фото: novyefoto.ru