Дәүләт Думаһында экология буйынса комитет етәксеһе урынбаҫары Владимир Бурматов закондар сығарыу палатаһына йылҡы итен ашауҙы тыйыуҙы тәҡдим итте. Уның фекеренсә, ат итен ашау--ҡырағайлыҡ. Депутат шулай уҡ йылҡы ите Рәсәйҙең күп халыҡтарында милли ризыҡ булыуын билдәләй.
Бурматовтың был һүҙҙәренә Якутияның ҡунаҡсыллыҡ буйынса ассоциацияһы рәйесе Татьяна Тымырова яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, был закон милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәтен ихтирам итмәүгә бәрәбәр.
--Беҙҙең өсөн ат--туҡланыу сығанағы ғына түгел, изге лә, ул борон-борондан көнкүрештә иң кәрәкле хайуан,--ти ул. Шулай уҡ һәр кем үҙ йәшәү рәүешен һәм ризығын һайлау хоҡуғына эйә тип билдәләне. Әйткәндәй, ассоциация Бурматовты декабрҙә үтәсәк "Якутия тәме" фестиваленә саҡырған.
Тымырова билдәләүенсә, Бурматов йылҡы итенән әҙерләнгән ризыҡты ауыҙ итһә, уның "ҡырағайлыҡ" булмауын аңлар.