Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Июль 2023, 19:50

ГИППОКРАТ КӘҢӘШТӘРЕ

* Бар ашағаның һинең дауаң булһын!* Әгәр һаулығыңды, эшләү һәләтеңде, тормош шатлығын һаҡларға теләһәң, гимнастика, физик күнекмә, атлау көндәлек тормошоңа инһен.* Сирҙе тәбиғәт дауалай, табип ярҙам ғына итә.* Сәләмәтек—кешенең иң ҙур байлығы.* Сир аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек ҡапыл килеп сыҡмай. Ул тәбиғәт ҡанундарын боҙғандан барлыҡҡа килә.* Әгәр йоҡо ҡайғыңды баҫа алһа, тимәк, сирең үлемесле түгел.* Һәр сирҙә рухың төшмәһә, ризыҡ тәмен белһәң—был яҡшы билдә, киреһенсә булһа—насар.* Әгәр йәшәү рәүешеңде үҙгәртмәһәң, һиңә бер кем дә ярҙам итә алмаҫ.* Дауаланыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ!* Сир йә артыҡ булыуҙан, йә етмәүҙән барлыҡҡа килә, йәғни тигеҙлек юғалған.* Ҡурҡыу һәм бойоғоу хакимлыҡ итһә, был кеше сирләйәсәк.* Йәйәү йөрөү—яҡша дауа.* Организм таҙартылмаған булһа, теләһә ҡайһы ризыҡ та зыянлы буласаҡ.

ГИППОКРАТ КӘҢӘШТӘРЕ
ГИППОКРАТ КӘҢӘШТӘРЕ

Ә һеҙ был әйтелгәндәр менән ризамы? Һаулыҡҡа ҡағылышлы нинләй әйтемде, мәҡәлде телегеҙҙән төшөрмәйһегеҙ?

 

 

Гиппократ кәңәштәрен Резеда Усманова тәржемә итте. Башҡа сайттарға йә социаль төркөмдәргә алғанда, редакциянан рөхсәт алырға йә "Атайсал"ға һылтанма эшләргә!!!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: