АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Октябрь 2022, 19:10

БӘХЕТТЕҢ БЕР НИСӘ СЕРЕ

Өндәшмәү! Бер ҡасан да берәүгә лә бер нәмә лә һөйләмәгеҙ! Үткәнегеҙҙе, бөгөнгөгөҙҙө, киләсәккә пландарығыҙҙы!Үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт аҙ булһын!Йәшертен кеше—тыныс кеше. Ундай кеше үҙ арты артында ни һөйләгәндәренә иғтибар итмәй: насарлап һөйләйҙәрме, маҡтайҙармы—уға барыбер. Ул йәшәй һәм шым ғына үҙ эшен эшләй.Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, ныҡыш булығыҙ. Иллюзиялар, буш хыялдар менән йәшәмәгеҙ, башҡаларҙан нимәлер көтмәгеҙ. Уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ!Берәүҙән дә ярҙам һорамағыҙ! Үҙеңә үҙең ярҙам ит. Шым ғына, бәхетле генә йәшә.✅Үҙең өсөн бер нәмә лә йәлләмә! Ҡиммәтле планшет хаҡында хыялланма, ә аҡса эшлә лә һатып ал. Ирекле һәм матур йәшә!✅Интернетта яҙып илап ултырма, үҙеңә ҡыйын икәнлеген белдермә. Интернет – бысраҡ менән тулған соҡор, унда һинең уңышһыҙлығыңа ҡыуана ғыналар. Өндәшмә. Үҙ хәлең өҫтөндә эшлә!✅Нимә генә булһа ла КЕШЕ бул! Тыныс һәм мәрхәмәтле, ғәҙел бул! Үҙ баһаңды бел! Үҙеңсә йәшә! Артыҡ һүҙ сығарма! Тормошоңдоң насар яғы хаҡында бер ни ҙә һөйләмә!#АтайсалГәзите

БӘХЕТТЕҢ БЕР НИСӘ СЕРЕ
БӘХЕТТЕҢ БЕР НИСӘ СЕРЕ


Һеҙ былар менән килешәһегеҙме?

Сайттан мәҡәлә алғанда, "Атайсал"ға һылтанма эшләү мотлаҡ.

Автор:Резеда Валиева