АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Октябрь 2021, 09:20

Оҙайлы ялға кем, нисек әҙерләнә?

SuperJob сервисы белгестәре киләһе аҙнала 7 көн дауам итәсәк ялға Рәсәй халҡы нисек әҙерләнеүен тикшергән. Күптәрҙең иң беренсе аҙыҡ-түлек туплауҙары асыҡланған. Тағы шуныһы: каникулға ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ентекле әҙерләнеүе билдәле булған.

Оҙайлы ялға кем, нисек әҙерләнә?
Оҙайлы ялға кем, нисек әҙерләнә?

Аҙыҡ-түлек һатып алыуҙан тыш көслө зат ял мәлендә вакцина яһатырға, спиртлы эсемлектәр эсергә, эштә башлаған проекттарын тамамлап ҡуйырға, ситтән тороп эшләүгә әҙерләнергә, аҡсаны артыҡ туҙҙырмаҫҡа, уны йыйырға, сәйәхәт итергә, заказдар башҡарырға, ремонт өсөн кәрәк-яраҡ һатып алырға иҫәп тота.

Гүзәл заттарҙың пландары бер ни тиклем ирҙәрҙекенән айырыла.

Ҡатын-ҡыҙҙар битлек, бирсәткә, антисептиктар һәм дарыуҙар һатып алырға, прививка яһатырға, китаптар алырға, яңы һөнәр үҙләштерергә, ситтән тороп эшләүгә әҙерләнергә, аҡсаны йыйып тоторға, сәсен ҡырҡтырырға, маникюр йәки педикюр яһатырға, сәйәхәт планлаштырған.

Автор:Гульдар Кадаева