АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Эшҡыуарлыҡ
14 Августа , 13:00

Андрей Новиков: Социаль-иҡтисади үҫеш – «Полиметалл» өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш

14-15 августа «Полиметалл» компанияһы төбәк өсөн мөһим булған «Урал аръяғы - 2026» инвестиция һабантуйының генераль партнеры сифатында сығыш яһаны. «Полиметалл» компанияһының Урал филиалы директоры Андрей Новиков «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы майҙансығында Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын яңыртыу, Хәйбулла районының Яңы Петровск ятҡылығын үҙләштереү һәм Башҡортостан Республикаһындағы социаль объекттарҙы төҙөкләндереү пландары тураһында һөйләне.

Андрей Новиков: Социаль-иҡтисади үҫеш – «Полиметалл» өсөн өҫтөнлөклө йүнәлешАндрей Новиков: Социаль-иҡтисади үҫеш – «Полиметалл» өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш
Андрей Новиков: Социаль-иҡтисади үҫеш – «Полиметалл» өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш

 

 

-Андрей Викторович, «Полиметалл» икенсе йыл рәттән «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының партнеры булһа, был юлы – генераль партнер булып сығыш яһай. Бындай кимәлдәге ҡатнашыу нимә менән бәйле һәм был форум һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?

– Беҙ власть, инвесторҙар һәм урындағы йәмәғәтселек көсөн берләштереү иҫәбенә иҡтисадта ла, социаль өлкәлә лә яңы проекттар тыуған уникаль майҙансыҡта торабыҙ. Бөгөн «Полиметалл» – Башҡортостан Республикаһында үҫештең төп драйверҙарының береһе. Беҙ төбәккә сағыштырмаса күптән түгел генә килдек, әммә инде ҙур төҙөлөштәр алып барабыҙ, социаль объекттарҙы яңыртабыҙ, инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә йөҙләгән эш урыны булдырабыҙ. Төбәк тормошона бындай йоғонто яһау беҙҙең форум менән партнерлығыбыҙҙы иҫбатлай. Беҙ инвестиция һабантуйы нигеҙенә һалынған ҡиммәттәрҙе – асыҡлыҡты, диалогты, үҙебеҙ эшләгән территориялар алдындағы яуаплылыҡты уртаҡлашабыҙ. Быйыл эшлекле программа сиктәрендә республика менән хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен һәм Урал аръяғының иҡтисади потенциалын көсәйтергә мөмкинлек биреүсе уртаҡ проекттарҙы ҡарарға иҫәп тотабыҙ.

-Компания республикала тормошҡа ашырылған төп проекттарҙың береһен – Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын яңыртыу эшен башланы. Уны һатып алғанға бер йылдан ашыу ваҡыт үтте. Майҙансыҡта хәҙер ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?

-«Ысынлап та, беҙҙең алда амбициялы бурыс тора: Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты базаһында заманса эшкәртеү хабын булдырыу. Хәҙер беҙ өс төп йүнәлеш буйынса киң күләмле эш алып барабыҙ. Беренсеһе: байыҡтырыу фабрикаһын проектлау. Беҙ ике тирмәнле яңы корпус төҙөргә, мәғдәнде ярым ваҡлау технологияһын индерергә, шулай уҡ фабриканың төп корпусында киң күләмле техник яңыртыу үткәреүҙе күҙаллайбыҙ.

Икенсе йүнәлеш – төбәктә геологик разведка эштәрен оператив рәүештә алып барырға мөмкинлек биреүсе заманса лаборатория төҙөү. Унда экологик хәүефһеҙлеккә лә ҙур иғтибар бүленәсәк: белгестәр һыу объекттарында, тупраҡта, үҫемлектәрҙә һәм һауала зарарлы матдәләр булыу-булмауына мониторинг яһаясаҡ. Өсөнсө йүнәлеш – кадрҙар йәлеп итеү. Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының эшен тергеҙеү – был төбәк һәм ил иҡтисады өсөн яңы офоҡтар ғына түгел, ә урындағы халыҡҡа тыуған ҡалаһына ҡайтып эшкә урнашыу мөмкинлеге лә бирә. Объект консервацияланған саҡта күп хеҙмәткәрҙәр башҡа ҡалаларға һәм төбәктәргә эшкә китте. Хәҙер иһә улар яңынан үҙҙәре йәшәгән ерҙә, лайыҡлы эш хаҡы алып, заманса хеҙмәт шарттарында эшләй аласаҡ.

-Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн сеймалдың төп сығанағы булып Яңы Петровск ятҡылығы торасаҡ. Бер нисә ай элек «Полиметалл» был проект буйынса килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине?

-Хәйбулла районындағы Яңы Петровка алтын-баҡыр-цинк ятҡылығы — Башҡортостан Республикаһында һуңғы 20 йылда асылған тәүге объект. Ул металдарҙың юғары миҡдары һәм үҫеш өсөн ҙур потенциалы менән айырылып тора.Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән төҙөгән капитал һалыуҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһындағы килешеү беҙҙең өсөн 15 йылға тотороҡло эш шарттарын, шул иҫәптән һалым һәм эште көйләү гарантияларын нығыта. Был 2038 йылға тиклем мәғдән сығарыу горизонты булған проект өсөн бигерәк тә мөһим.

Проектҡа һалынасаҡ дөйөм капитал күләме 11,6 миллиард һум тәшкил итә. Был аҡса ер аҫты руднигын, хеҙмәткәрҙәр өсөн вахта ҡасабаһын, административ корпусты һәм башҡа етештереү, инженер инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә йүнәлтеләсәк.

-Яңы сәнәғәт майҙансыҡтары барлыҡҡа килеү менән халыҡта һәр ваҡыт экология мәсьәләһе буйынса һорау тыуа. Тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно кәметеү өсөн ниндәй технологиялар һәм ҡарарҙар ҡулланаһығыҙ?

-Экологик хәүефһеҙлек — өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора, беҙ был мәсьәләгә системалы һәм яуаплы ҡарайбыҙ. Хәйбулла районындағы Яңы Петровка ятҡылығы үҙе үк тирә-яҡ мөхиткә аҙ йоғонто яһауы менән айырылып тора — был уны үҙләштереү тураһында ҡарар ҡабул иткән этапта баһалауҙың төп критерийҙарының береһе ине. «Полиметалл» компанияһы һәр ваҡыт тәбиғәткә һәм предприятиелар эргәһендә йәшәгән кешеләрҙең һаулығына, йәшәйешенә, тәбиғәтенә зыян килтермәҫлек итеп эшләргә тырыша.

Сибай байыҡтырыу фабрикаһын модернизациялау барышында беҙ «Полиметалл» компанияһының башҡа объекттарында үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән заманса технологияларҙы ҡулланасаҡбыҙ. Улар: саңды тотоп ҡалыу, йомоҡ һыу әйләнеше системалары һәм ҡалдыҡтарҙы хәүефһеҙ урынлаштырыу. Параллель рәүештә беҙ экологик мониторингтың киңәйтелгән программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Һәр төрлө үҙгәрештәргә тиҙ арала яуап биреү өсөн һауа, һыу һәм тупраҡ торошон аныҡ ваҡыт режимында күҙәтеп барабыҙ.

-«Полиметалл» компанияһы үҙенең социаль проекттары менән билдәле. Сибай һәм Хәйбулла районы өсөн нимәләр эшләүегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙсе? Һәм ниндәй объекттар өҫтөнлөклө булып тора? -Ысынлап та, төбәктә эшләй башлаған тәүге көндән үк төбәк үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ.

Был проекттарҙың барыһы ла осраҡлы һайланманы: аҡса кәрәкле эштәргә тотонолһон өсөн, беҙ урындағы халыҡ һәм хакимиәт менән кәңәшләшеп эш башланыҡ. 2025 йылда Сибай ҡалаһы хакимиәте менән килешеү төҙөнөк. Иң беренсе нәүбәттә Йылайыр шоссеһында яҡтыртыу системаһын йыһазландырҙыҡ, «Терра-Урал аръяғы» паркындағы быуа ярҙарын нығыттыҡ һәм Белов урамы аллеяһының бер өлөшөн яңырттыҡ.

Әммә быйылғы йылдың флагман проекты булып Горький урамындағы элекке спорт мәктәбен тулы күләмдә реконструкциялау торҙо. Бина 1969 йылда төҙөлгән, бында тиҫтәләгән Сибай спортсыһы үҙ юлын башлаған, һәм күп кенә кешеләр өсөн был урын бала саҡ һәм йәшлек осоро менән бәйле. 1994 йылда мәктәпте Пионер урамындағы яңы бинаға күсерәләр, ә был корпус төрлө ойошмаларға ҡуртымға тапшырыла. Артабан капиталь ремонт кәрәклеге арҡаһында ун йыл тирәһе ябыҡ тора. 2026 йылдың ғинуарында беҙ был объектты модернизациялау буйынса эш башланыҡ. Проектлауҙан алып биҙәү һәм йыһазландырыуға тиклем тулы эш циклын үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Бөгөн бина әҙер тиерлек: «Полиметалл» бөтә йәштәге кешеләр өсөн заманса, хәүефһеҙ спорт менән шөғөлләнеү мөхитен булдырҙы.

Хәйбулла районында эшебеҙ 2020 йылда социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән башланды. 2026 йылға тиклем беҙ төбәктең социаль тормошо үҫешенә 60 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Ағымдағы йылда тағы ла 20 миллион һум өҫтәйәсәкбеҙ. Был ваҡыт эсендә Яңы Петровский урамдарын тәртипкә килтерергә, клубты, балалар баҡсаһын яңыртырға һәм яңы һыу башняһы төҙөүгә өлгәштек. Быйыл төп объект булып Аҡъяр ауылы үҙәгендә 5,5 миллион һумлыҡ бюджет менән заманса балалар майҙансығын төҙөү тора. Параллель рәүештә беҙ бәләкәй башланғыстарҙы ла хуплайбыҙ: 2026 йылда дөйөм суммаһы 1 миллион һумға «Лазертаг» экостанцияһы өсөн ҡорамалдар, «Аҡъяр» балалар лагеры өсөн, райондың лапта командаһына форма һатып алдыҡ. Бынан тыш, Юмабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсын һәм «Ҙур һәм татыу ғаилә» конкурсын ойоштороуҙа ярҙам күрһәттек.

Быйыл беҙ партнерлыҡтың яңы кимәленә сыҡтыҡ. ПМЭФ-та Башҡортостан Республикаһы менән социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында айырым килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. 2038 йылға тиклем «Полиметалл» төбәкте үҫтереүгә 6,75 миллиард һум йүнәлтәсәк.

Текст һәм фото авторы: Дина Мананникова.

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас