Яҡташыбыҙ, Сибай ҡыҙы Гөлдәр Ишҡыуатова йырлап сәнғәтте яуланы инде, әле буҙа, ҡорот һәм башҡаһын һатып эшҡыуарлыҡта оҫтара. Шул ваҡытта «Бай» тапшырыуын алып бара, халыҡҡа һәр төрлө юл менән эшҡыуарлыҡҡа килгән милләттәштәребеҙ хаҡында бәйән итә. Яңыраҡ «Һаҡмар» гәзитенә биргән интервьюһында былай тип белдерҙе ул:
—Шулай уҡ ошо көндәрҙә “Бай” исеме аҫтында ҡыҙҙырылған көнбағыш һатыуға сығасаҡ. Декларация алдыҡ, документтары әҙер. Ул да үҙенең һатып алыусыларын табыр, тип өмөтләнәбеҙ. Бөгөн сауҙа кәштәләрендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә етештерелгән көнбағыштар ғына бар. Ә бит үҙебеҙҙең республиканың потенциалы шундай ҙур. Райондарҙа көнбағыш үҫтергән хужалыҡтар күп. Шунлыҡтан сеймал етерлек тип уйлайбыҙ.
Бына бит! Тимәк, тиҙҙән беҙ «Бай»ҙы сиртеп кенә йөрөрбөҙ инде.
Әйткәндәй, һеҙҙең яҡта көнбағышты сиртәләрме, әллә сиралармы, яралармы? Диалект бит төрлөсә...