Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
20 Апрель 2022, 23:05

Милли аш-һыуға шәп реклама яһаны

Рәсәй Президенты Өфөнөң Aibat hallyar компанияһынан ҡыҫтыбый килтереүҙәрен һораны«Рәсәй - мөмкинлектәр иле» онлайн-форумы барышында Владимир Путин Өфө эшҡыуары Марат Нәсхетдиновтың проектын хупланы.

Милли аш-һыуға шәп реклама яһаны
Милли аш-һыуға шәп реклама яһаны



«Беҙҙә өләсәйҙәребеҙҙең рецебы буйынса бешерелгән ҡыҫтыбыйҙар ҙа, заманса ризыҡтар ҙа бар. Урындағы продукцияны ҡулланабыҙ. Популяр дөйөм туҡланыу селтәрҙәре илебеҙҙән китһә лә, беҙҙә береһе лә ас ҡалмаҫ», - тине Марат.

Киләсәктә хәләл менән шөғөлләнергә уйыбыҙ бар, ти эшҡыуар.

«Илдә йәмәғәт туҡланыуына мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ. 1 ғинуарҙан ул НДС-тан азат ителде. Башҡа идеялар ҙа бар. Милли аш-һыу - мәҙәниәттең бер өлөшө, беҙҙә иһә мәҙәниәттәр төрлө. Был бик ҡыҙыҡлы ла, тәмле лә», - тип билдәләне президент.

Әңгәмә аҙағында Путин, миңә Aibat hallyar компанияһынан ҡыҫтыбый килтереү мөмкинлеге бармы, тип ҡыҙыҡһынды. «Әлегә беҙ Өфөлә генә эшләйбеҙ, ләкин һеҙҙең өсөн берәй нәмә уйларбыҙ», - тип яуап бирҙе эшҡыуар.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: