Бөтә яңылыҡтар
Эшҡыуарлыҡ
6 Сентябрь 2021, 15:00

Ике яҡ өсөн дә отошло

Сибай ҡалаһы хакимиәте етәкселеге урындағы эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән бизнес-иртәнге аш уҙғарыу инициативаһы менән сыҡты. Бындай рәсми булмаған ултырыш йәштәр өсөн дә, күптән эшмәкәрлектәре уңышлы барған эшҡыуарҙар өсөн дә берҙәй отошло.

Ике яҡ өсөн дә отошло
Ике яҡ өсөн дә отошло

Рәсәй төбәктәрендә бындай бизнес- иртәнге аштар күптән уҙғарыла. Хәҙер беҙҙең ҡала эшҡыуарҙары ла уны ғәмәлгә индерә башланы. Рәсми булмаған шарттарҙа һөйләшеүҙәр тармаҡ вәкилдәренә эшмәкәрлектәре барышында килеп тыуған киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итергә, кәңәшләшеп эшләргә ярҙам итә. Шулай уҡ ҡалала бизнес-шериф тәғәйенләнде. Был вазифаны Сибай ҡала хакимиәте башлығының инвестиция, эшҡыуарлыҡ, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары Ольга Шаранова башҡара.

--Ҡалала бизнес—иртәнге аш, бизнес – төшкө аш, бизнес – киске аш уҙғарыуҙы матур йолаға әүерелдерергә иҫәп тотабыҙ. Әле беҙҙең беренсе ултырышыбыҙ бизнес – иртәнге аш рәүешендә үтте. Был юлғы осрашыуҙа маркет плейс йүнәлешендә үҫеш буйынса фекер алыштыҡ. Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡты башлағандағы ауырлыҡтар ҡыҙыҡһындырһа, был өлкәлә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшеүселәрҙең дә әйтер һүҙҙәре байтаҡ, -- тине Сибай ҡала хакимиәте башлығының инвестиция, эшҡыуарлыҡ, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары Ольга Шаранова.

Тәүге ултырыш “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес-үҙәгендә ойошторолдо. Отчет яһауҙан, доклад, рәсми сығыштарҙан ары торған дуҫтарса мөхиттә аралашыуҙа һәр кем асылып, күңелендәген әйтә алды, борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Бында шулай уҡ эре һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә үҙ тармаҡтарына кәрәкле партнерҙар табыу, инвесторҙар, клиенттар йәлеп итеү, белгестәр саҡырыу мөмкинлеге лә тыуҙырыла.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: