АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Экология
4 Июня , 17:10

Күсәбә буйы таҙаланды!

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы халҡы бөгөн Күсәбә йылғаһы буйында экологик акция уҙғарҙы.

Күсәбә буйы таҙаланды!Күсәбә буйы таҙаланды!
Күсәбә буйы таҙаланды!


--Бөгөн ауылыбыҙҙың таҙалығы, төҙөклөгө өсөн битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ Күсәбә йылғаһы ярҙарын таҙартыу буйынса экологик өмәгә сыҡты.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән оло рәхмәтемде еткерәм. Шулай уҡ үҙенең техникаһы менән сыҡҡан Риф Уразбаевҡа, техниканы яғыулыҡ менән тәъмин иткән Килдин Рәшит ағайға, Ҡарамурзин Хәмиткә ҙур рәхмәт!
Киләсәктә лә ошолай әүҙем, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ, тыуған төйәгебеҙҙе һаҡлап йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла!--ти ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев.
Афарин! Кесе Ватаныбыҙ матурлығы, төҙөклөгө, таҙалығы үҙебеҙҙең ҡулда!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас