-20 °С
Болотло
—Бик шәп кенә «Тере шишмә» тип аталған конкурста ҡатнашабыҙ. Күптән түгел ауылыбыҙҙың актив ир-егеттәре «Ҡылы ҡоҙоғон» кәртәләп ҡуйғайнылар, бөгөн тағы ла өмә итеп ҡоҙоҡто буяп ҡуйҙыҡ. Әлеге лә баяғы үҙ донъяларын ялтыратып тотҡан, шулай уҡ ауылдың тәртибе өсөн дә ҡул һелтәп ҡарамаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Азаматова Рәсилә еңгәй, Юламанова Әлифә еңгәй, инде оло ғына йәштә булһаларҙа Саптарьяпова Миңсылыу, Сайпанова Раҡия, Юламанова Роза еңгәйҙәр шәп кенә итеп эште еренә еткереп башҡарып та ҡуйҙылар.
Ошондай шәп ҡыҙҙарыбыҙ арҡаһында ауылыбыҙ күркәм, матур булып тора,—тип хәбәр итәләр Аҡназар ауылы клубынан.