Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Апрель 2025, 10:10

Атай нигеҙендә...

Моҫтай — Баймаҡ районындағы бөткән ауыл. Әммә уны ташламайҙар...

Оҙаҡ йылдар бында Фәнис Кәримов йылҡы тотто, мәсет, бер нисә йорт һалдырҙы. Әле бында йылҡысылыҡ менән Илгиз Сафин шөғөлләнә. Бик күркәм, хозур тәбиғәтле урын.

Моҫтай ауылынан сыҡҡандар тыуған ауылдарын килеп ҡарап тора. Әле көн матур торғанда өмә ойошторолдо. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә обелиск янын рәтләнеләр. Тарихҡа битараф ҡалмаған һәм был изге эшкә ҡушылған һәр кемгә ҙур рәхмәт. Ир-егеттәргә изге ғәмәл башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙар өмәселәргә табын әҙерләне. Афарин!

Автор:
Читайте нас