-4 °С
Болотло
Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты һәм дәүләт күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында законһыҙ рәүештә таш сығарыусыларҙы асыҡланы.
Ҡатламлы ташты Үрге Иҙрис ауылынан 3,2 км алыҫлыҡта сығарғандар. Эш район полицияһы бүлегенә тапшырылған. Ошондай рейдтар даими үткәрелә. 2022 йылда министрлыҡ 237 тикшереү эше уҙғарған. Барлығы 40 осраҡ законға ярашһыҙ тип теркәлгән. Административ яуаплылыҡҡа 27 кеше тарттырылған, барлығы 616 мең һум штраф һалынған.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: Башинформ.