АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Май 2022, 20:45

ЭСКӘН ҺЫУҒА ТӨКӨРМӘЙЕК

Сибай ҡалаһында йәшәүсе пенсионер Иҫке Сибай ауылына барып шишмә янын таҙалаған.

ЭСКӘН ҺЫУҒА ТӨКӨРМӘЙЕК
ЭСКӘН ҺЫУҒА ТӨКӨРМӘЙЕК

Сибай ҡалаһында йәшәүсе пенсионер Иҫке Сибай ауылына барып шишмә янын таҙалаған.


--Эскән һыуыбыҙға төкөрәбеҙ, был вайымһыҙлыҡ, тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ, тип уйлайым. Был шишмә Иҫке Сибайҙын яңы төҙөлгән йорттары, күпләп йәштәр йәшәгән төбәктә. Ике яҡлап та халыҡ йәшәй. Шишмә һыуы эҙләп әллә ҡайҙа йөрөйһө юҡ, --тип яҙа социаль селтәрҙә пенсионер Зәйтүнә Ғәлиуллина.

Зәйтүнә апайға беҙ ҙә ҡушылып, урындағы халыҡтың тәбиғәткә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуын һорар инек. Был ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ, уны таҙа тотоу - беҙҙең бурыс.

Автор:Резеда Валиева